0 °С
Ясна
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 26 майҙа тыуған ере - Күгәрсен районының Ҡалмаҡ ауылына ҡайтып картуф сәсеүе тураһында уртаҡлашҡайны. Әле, үткән ялда, ул уны күмеп киткән.
Депутат әйтеүенсә, бер ай ваҡытта картуф та, ҡый үләне лә шәп үҫкән. Шулай булһа ла, тормош иптәше Гөлназ Ҡолһарина менән уны бер нисә сәғәттә күмгәндәр.
Тыуған ерен, атай йорто нигеҙен онотмай һәм ошондай күңелгә ял биргән эштәр менән булышҡан башҡорт ир-егеттәренә "Афарин!" тип әйтергә ҡала.
Ә һеҙҙә картуф нисек үҫкән, күмдегеҙме?