Күп баҡсасылар ихаталарында төрлө төҫтәге эре гладиолустар үҫтерергә ярата. Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр ярайһы уҡ тәрбиә лә талап итә. Көҙ көнө уларҙы ҡаҙып алып, баҙҙа йәиһә һыуыҡ урында һаҡларға кәрәк. Яҙ еткәс, уларҙы "йоҡоһонан" уятып, гладиолустың һуғандары яҡшы һаҡланғанмы, юҡмы икәнен тикшереү талап ителә.
Серей башлаған урыны булһа, уны киҫеп, һыуға алһыу ғына итеп марганцовка һалып, шунда тотоп алығыҙ. Шулай уҡ бер литр һыуға ике грамм бор кислотаһы һәм өс грамм баҡыр купоросы ҡушылған эретмәлә 10-12 сәғәт тоторға мөмкин.
Артабан уларҙы тупраҡ һалынған һауытҡа урынлаштырып, шыттырырға ҡуйығыҙ. Яҡты һәм йылы булған урынды һайлағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр гладиолус һуғандарын бысҡы вағы һалып та үҫтерә.
15-20 көндән һуғандар тамыр ебәрә башлар, аҙаҡ көндәр йылынһа, баҡсағыҙға сығарып ултыртырға мөмкин. Тамырландырып үҫтергән гладиолустар тиҙерәк сәскә ата һәм сәскәләре лә эре була.
Әйткәндәй, сәскәләрҙе тәрбиәләү һәм үҫтереү буйынса һәр баҡсасының үҙ тәжрибәһе һәм кәңәштәре барҙыр. Ә һеҙ гладиолустарҙы нисек үҫтерәһегеҙ, әйҙәгеҙ, серегеҙҙе уртаҡлашығыҙ әле.
Фото: rastenievod.com