Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
12 Май 2023, 17:33

Йәшелсә-емеш ултыртыр мәл етте

Даими рәүештә кәңәштәрен биргән баҡсасы иҫкәртә.

Тәнзилә Ғарипова – Октябрьский ҡалаһында йәшәгән уңған баҡсасы. “Башҡортостан” гәзите биттәре аша ла, үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә баҡсасылар менән кәңәштәрен ихлас уртаҡлаша, белгәндәрен еткереп тора.

– Оҙаҡ йылдар дауамында орлоҡтарҙы ағас онтағына ултыртам. Был – бик уңайлы алым. Үҫентеләр тиҙ моронлай, көслө була һәм күсереп ултыртыуға уңайлы. Араларында сибектәре булһа, алып ташлауы ла йәл түгел. Ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, ҡыяр ултыртырға иң ҡулайлы мәл етте, – ти Тәнзилә апай.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас