Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Хаҙый Мөхәмәтйәнов социаль селтәрҙә баҡса уңышы - ҙур ҡабаҡтары менән уртаҡлашты. Иң ҙуры сама менән 18 килограмм самаһы, тип яҙған ул.
"Хаҙый ағай, уны нисек ашап бөтөрәһең инде, тип ҡыҙыҡһына ауылдаштары.
- Еңгәгеҙ бәләкәйерәгенән нимәлер эшләй, ҡайнатма һәм тағы ла нимәлер. Күп тә сәсмәйем, дүрт-биш орлоҡтан өс-дүрт сыға, шулары үҫә инде. Орлоҡҡа шуларҙан алып ҡалам. Ҡалғанын мал-тыуар яратып ашай, - ти уңған баҡсасы.
Был иҫ китмәле уңышты күргән кешеләр Хаҙый ағайҙан орлоҡ та һорай башлаған.
Фото Хаҙый Мөхәмәтйәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.