Энәлек емеше Рәсәйҙә, төрҙәренә ҡарап, августан башлап сентябрь аҙағына тиклем өлгөрә. Тәүге һыуыҡтар еткәнсе йыйып өлгөрөргә кәрәк. Күптәр уны киптереп файҙаланһа, икенселәр компот йәки ҡайнатма әҙерләй. Энәлек Европа медицинаһында ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ дарыуҙарҙың береһенә әүерелгән.
Файҙалы үҙенсәлектәренә килгәндә, улар ифрат киң: йөрәк ауыртҡанда хәлде еңеләйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дауалағанда файҙаланыла, айырыуса йөрәк мускулдары көсһөҙләнгәндә һәйбәт сара.
Бынан тыш, унан яһалған дарыуҙар йөрәк тамырҙарында, баш мейеһендә ҡан әйләнешен яҡшырта, артериаль баҫымды, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеген көйләй. Шулай уҡ йөрәк мускулдарының ҡыҫҡарыуын яҡшырта, тахикардия, аритмия күҙәтелгәндә лә файҙаһы ҙур, йөрәк тәңгәлендәге ауыртыуҙы баҫа, баш әйләнеүенән арындыра.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына килгәндә, энәлек панкреатит, гастрит, эс китеү кеүек сирҙәр яфалағанда ярҙам итеүе ихтимал.
Шулай ҙа һәр нәмәлә сама кәрәк: энәлек емештәрен ризыҡ сифатында ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәк, сөнки артыҡ ашағанда, еңелсә ағыуланырға мөмкин. Эсәктәргә зыяны тейеүе лә ихтимал. Емештәрҙе ашағандан һуң һалҡын һыу эсергә ярамай.
Энәлекте йыйып, мейестә бер аҙ киптереп, аҙаҡ ит турағыс аша үткәреп, сәй йәки һут итеп эсергә лә мөмкин. Шулай ҙа уны ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: дауа өсөн энәлектең тик ҡыҙылы ғына файҙалы.
Фото: shop.evalar.ru