Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
3 Июль 2025, 18:45

Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма

Хуш еҫен һәм төҫөн һаҡлай. Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма
Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма

Уңған хужабикәләр төрлө емеш-еләктән ҡайнатма әҙерләй, һут яба. Был юлы һеҙгә ҡара ҡарағаттан желе кеүек булған бик тәмле ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ.

2 стакан һыу менән 6 стакан шәкәр ҡомон ҡушып, сироп ҡайнатабыҙ. 

Шәкәре иреп бөткәс, 8 стакан ҡарағат өҫтәйбеҙ. 5-7 минуттан артыҡ ҡайнаһа, желеһы ҡуйы булмай, шуға һүрән утта аҙ ғына бешереү кәрәк.

Унан һуң утты һүндереп, 2-3 стакан шәкәр ҡомон һалып, иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ. Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябабыҙ.

Ҡыш көнө йәй тәмен тойоп, рәхәтләнеп ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсеүгә ни етә?!

Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: телеграм

Автор: Карима Усманова
Читайте нас