Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
7 Август 2025, 19:00

Алманан шоколадлы повидло яһау ысулы

Бик тәмле. Шоколадлы пастаны хәтерләтә. Быйыл алма күп, эшләп ҡарағыҙ.

Алманан  шоколадлы повидло яһау ысулы
Алманан шоколадлы повидло яһау ысулы

Кәрәк буласаҡ: 2 килограмм алма, 350 грамм һыу, 1,1 кило шәкәр ҡомо, 500 грамм аҡ май, 120 грам какао, 2 пакет ванилин.

Алмаларҙы таҙартып, уртаһын киҫеп алабыҙ. Ыуғыстан үткәрәбеҙ йәки блендерҙа иҙәбеҙ. Һыу һәм 100 грамм шәкәр ҡомо һалабыҙ ҙа 30 минутҡа утҡа ҡуябыҙ. Уттан алып, аҡ май, какао, 1 килограмм шәкәр ҡомо, ванилин өҫтәйбеҙ һәм блендерҙа яҡшылап болғатабыҙ. Тағы утҡа ҡуйып, болғата-болғата, 30-40 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Яртышар литрлы биш банка шоколад пастаһы килеп сығасаҡ.

Быйыл алма күп, эшләп ҡарағыҙ.

Алманан  шоколадлы повидло яһау ысулы
Алманан шоколадлы повидло яһау ысулы
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас