Тоҙло кәбеҫтәне яратмаған кеше бармы икән? Әллә күпме витамин сығанағы ла, тәмле ризыҡ та ул. Еңел генә эшләнә торған, шул уҡ ваҡытта бик тәмле булған кәбеҫтә тоҙлау рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Өс литрлыҡ банкаға 2 килограмм тирәһе кәбеҫтә, 1-2 кишер, 6 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы 9 процентлы уксус, 1 литр һыу кәрәк буласаҡ.
Кәбеҫтәне, шунан кишерҙе нәҙек кенә итеп турайбыҙ һәм бутайбыҙ. Аҙаҡ банкаға матурлап тултырабыҙ.
Рассол түбәндәгесә әҙерләнә. 1 литр һыуҙы ҡайнатып, 6 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр һалып банкаға ҡоябыҙ. Бер аш ҡалағы уксусты иң аҙаҡтан һалып ҡуябыҙ.
Кемгә оҡшай кәбеҫтәгә бер аҙ татлы боросто ла ваҡлап турап өҫтәп ебәрергә мөмкин. Эшләп ҡарағыҙ әле!
Автор фотоһы.