Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Октябрь 2025, 11:30

Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш

Башҡортостан Башлығы грантына ниндәй эштәр башҡарылған?

Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш
Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре 2022 – 2025 йылдарҙа дөйөм суммаһы 751,7 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Һөҙөмтәлә 297-һендә подъезд юлдары ремонтланған, 218-ендә эске инфрастурктура объекттарын йүнәтеүгә киткән сығымдар компенсацияланған, 63-өндә 11,4 мең электр энергияһын иҫәпләү приборы ҡуйылған һ.б. Республикала был башланғыс уңышлы дауам итә, планлаштырылған эштәр бихисап.

Баҡсаларҙа тормош һүнгәйне...

Билдәле булыуынса, уҙған быуатта ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә ҡала янынан алты сутый ер бирелә, был баҡсаларҙа юл төҙөү, электр энергияһы, һыу үткәреү кеүек эштәр дәүләттең иңендә була. Туҡһанынсы йылдарҙағы үҙгәрештәрҙән һуң иһә күсемһеҙ милек хужалары шәхси участкаларын да, дөйөм ширҡәтте лә үҙ көсө менән ҡарарға, ундағы төрлө мәсьәләләр менән шөғөлләнергә мәжбүр ителә. Һөҙөмтәлә күп урында юлдарҙың, электр линияларының торошо насарая, тәрбиәләнмәгән, ташландыҡ йорттар артҡандан-арта.

Башҡортостанда был мәсьәләгә 2019 йылда ныҡлы иғтибар бүленә башланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһендә ошо проблеманы күтәреп, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеү буйынса субъект системаһын булдырыу бурысын йөкмәтте. Шул нигеҙҙә аныҡ эшмәкәрлек йәйелдерелеп, бөгөн киң үҫеш ала.

Һөҙөмтәлә, алда әйтелгәнсә, 2022 – 2025 йылдарҙа йөҙҙәрсә баҡсасылыҡ ширҡәтендә подъезд юлдары ремонтланған, һыу менән тәьмин итеү, янғын һүндереү системалары йүнәтелгән, контейнер майҙансыҡтары булдырылған, электр энергияһын иҫәпләү приборҙары, хәүефһеҙлек ҡорамалдары ҡуйылған һ.б. 

Баҡсасылыҡ секторы үҫешенә булышлыҡ ҡылыуҙың тағы бер йүнәлеше – газ үткәреү. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы башҡарыла. Программа нигеҙендә 3,3 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән, 754 участкалағы йорт газға тоташтырылған да инде. Дөйөм алғанда, республикала был социаль башланғыс шарттарына 433 баҡсасылыҡ ширҡәте тап килә, уларҙа 15 меңдән ашыу йорт иҫәпләнә.

Өҫтәүенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә грант ярҙамы ла күрһәтелә башланы. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре әйтеүенсә, конкурсҡа заявкалар күп килгән. Һөҙөмтәлә 2025 йыл башында коммерцияға ҡарамаған 14 баҡсасылыҡ ширҡәтенә 500-әр мең һумлыҡ гранттар тапшырылды. Эске инфраструктураны яҡшыртыуға йүнәлтелгән уңышлы башланғыс дауам итә.

Грант халыҡты нығыраҡ берләштергән

Быйыл грант алғандар араһында Шишмә районындағы “Яҙыусылар баҡсаһы Аҡманай” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте лә бар. Билдәле булыуынса, ул – данлыҡлы урын. Әҙиптәрҙе илһамландырған, уйландырған, ҡала шау-шыуынан ышыҡлаған, саф һауаһы, йәшеллеге, һиллеге менән имләп, күңелдәренә ижад орлоҡтары сәскән – әҙәбиәтебеҙҙең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән ер.

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында ойошторолоп, заманында гөрләп торған баҡсасылыҡ ширҡәтендә, башҡаларҙағы кеүек үк, сәйәси үҙгәрештәр осоронда тормош һүнә башлай. Ижад мөхите, илаһилыҡ һаҡланһа ла, дәүләт тарафынан ярҙам булмағас, инфраструктура “онотола”.

– Был хәл, әлбиттә, барыбыҙҙы ла борсой ине, – ти “Яҙыусылар баҡсаһы Аҡманай” баҡсасылыҡ ширҡәтенең әлеге рәйесе Тимур Исхаҡов. – Яңы быуат башында үҙ көсөбөҙ менән күп нәмәне яңыртырға, тергеҙергә тырыштыҡ. Мин 2022 йылда баҡсасылыҡ ширҡәтенә рәйес итеп ҡуйылдым. Тап шул осорҙа, билдәле булыуынса, дәүләт тарафынан ошо секторҙы үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһенә әйләнгәйне. Идеялар күп. “Әйҙәгеҙ, Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашып ҡарайыҡ”, – тип тәҡдим иттем баҡсасылыҡ ширҡәтендәге милекселәргә. Барыһы ла идеяны дәррәү күтәреп алды. Ғөмүмән, беҙҙә халыҡ берҙәм, татыу, әүҙем – элек-электән әҙиптәр араһында булған дуҫлыҡ, теләктәшлек тамырының ныҡлығы сағылышылыр был.

Алдан, әлбиттә, грант талаптарына ярашлы, ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Бер нисә тапҡыр күмәкләп өмәгә сыҡтыҡ, башҡа төрлө саралар үткәрҙек. Янғынға ҡаршы ҡорамалдар яңыртылды, һыу һурҙырыу өсөн кәрәк-яраҡ, тышҡа элеүгә тәғәйенләнгән электр энергияһын иҫәпләү приборҙары алынды. Хәл итәһе бөтә мәсьәләләр бергә кәңәшләшеп атҡарылды.

Ошондай тырышлыҡ, берҙәмлек үҙ һөҙөмтәһен бирә – “Яҙыусылар баҡсаһы Аҡманай”, 14 еңеүсе менән бер рәттән, Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ була. Маҡсатлы йүнәлештәге 500 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы иҫәбенә, халыҡтың хәүефһеҙлеген хәстәрләү маҡсатында, баҡсаға ингән ерҙә ике яҡҡа асылмалы һәм электр күсергесле заманса ҡапҡалар, шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы һатып алып ҡуйыла. “Әлеге һөҙөмтәләргә килгәндә, планлаштырылған барлыҡ эштәр ҙә тамамланды тиергә була. Хәҙер инде отчет документтарын әҙерләү менән мәшғүлбеҙ”, – ти Тимур Фәнил улы.

– Халыҡ, һис һүҙһеҙ, дәүләтебеҙҙең бындай хәстәрлегенән ҡәнәғәт, – ти ул. – Башҡортостан Башлығы грантын алыу артабан инфраструктураны яҡшыртыу маҡсатында тағы ла әүҙемерәк эшләргә дәртләндерҙе. Хәҙер беҙ, санитария-эпидемиология ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәтенә сүп-сар контейнерҙары алып урынлаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Был сығымдарҙы ҡаплау өсөн киләһе йыл дәүләт субсидияһына заявка бирәсәкбеҙ.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү мәсьәләһенә үҙебеҙҙең Шишмә районы хакимиәтендә лә ҙур иғтибар бүленә. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар, мессенджерҙарҙа баҡсасыларҙың чаттарын да булдырҙылар, улар аша әүҙем аралашыу бара. Урындағы ошо һәм башҡа хәстәрлек саралары эш һөҙөмтәһендә лә күренә: белеүегеҙсә, Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғандар араһында Шишмәнән бер нисә баҡсасылыҡ ширҡәте бар. Был, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш.

Хәҙер беҙҙең өсөн иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе ҡалды – баҡсасылыҡ ширҡәтенә инеү юлдарын ремонтлау. Уны үҙебеҙ генә хәл итә алмаясаҡбыҙ. Райондың, республиканың ярҙамы кәрәк буласаҡ. Урындағы хакимиәткә булышлыҡтың төрлө варианттарын тәҡдим иттек, шул иҫәптән – финанслашыу юлын. Мәсьәлә хәл ителер тигән ышаныстабыҙ.

Рәйеслеккә ни өсөн йәштәр килә?

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында “Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрен үҫтереү буйынса идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһын булдырыу дөйөм эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүгә ҙур өлөш индерә. 2024 йылда теркәлгән, халыҡ араһында аңлатыу эше ойошторған, төрлө яҡлап хеҙмәтләндергән идаралыҡтың бихисап бурыстарының береһе – “Минең баҡса – Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһын алып барыу. Республикабыҙ был йәһәттән дә өлгө күрһәтеп алдан бара. Мәғлүмәт системаһының телеграмдағы каналында даими аңлатыу эштәре алып барыла, баҡсасылар әүҙем фекер алыша, һорауҙарын бирә һәм аныҡ яуап ала. “Был системаны яйға һалдыҡ, хәҙер эшләргә, бер-беребеҙҙе ишетергә, ярҙам итергә, алға этәрергә кәрәк, – тине был йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбиров. – Баҡсасыларға ер, документтар, милек, хоҡуҡ һ.б. мәсьәләләрҙе теүәл аңлатыу, эште намыҫлы, яуаплы алып барыу мөһим”.

– Телеграмдағы “Минең баҡса – Башҡортостан” каналы, ысынлап та, беҙҙең эштә ҙур ярҙамсы, – ти Тимур Исхаҡов. – Ғөмүмән, ошондай электрон саралар баҡсасылыҡ ширҡәттәренең тормошона ла ныҡлы үтеп инде. Идаралыҡта һанлы системалар әүҙем файҙаланыла. Беҙҙең иҫәп-хисап счеттары бар, “1С:Баҡсасы” программаһына тоташтыҡ, унда һәр милексенең шәхси кабинеты асылған, һөҙөмтәлә барлыҡ взностар, электр энергияһы күрһәткестәре, ниндәй сығымдар булған һ.б. – һәммәһе лә күҙ алдында, асыҡ. Бынан тыш, йыйылыштарҙы ла даими үткәреп торабыҙ, уларҙа халыҡ дәррәү ҡатнаша. Отчет биреп кенә ҡалмайбыҙ, ә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ.

Тимур Исхаҡов – йәш рәйес. Ғәҙәттә, әлегә ҡәҙәр бындай вазифаларҙы өлкән йәштәгеләр, хаҡлы ялдағылар атҡара ине. Хәҙер иһә йәштәр күбәйә.

–  Был, әлбиттә, тәү сиратта заман технологияларына, һанлаштырыуға бәйле, – ти Тимур Фәнил улы. – Шул уҡ ваҡытта йәштәр үҙҙәре лә рәйеслеккә ҙур теләк менән килә. Тәбиғәт ҡосағында йәшәү шарттарын яҡшыртырға ынтыла улар, ошо йәһәттән идеялары бихисап. Шул иҫәптән минең дә. Ҡатыным менән өс бала үҫтерәбеҙ, йәйҙе тотошлай тиерлек ошонда үткәрәбеҙ, бүтән миҙгелдәрҙә лә килергә яратабыҙ. Бында һил, рәхәт, тәнгә лә, йәнгә лә ял. Уңайлы ла булһын тигән теләктә бергәләп тырышабыҙ.

Икенсенән, “Яҙыусылар баҡсаһы Аҡманай” – киң билдәле урын. Тимәк, һис шикһеҙ, уның данлы тарихын һаҡларға, киләсәге яҡты булһын өсөн бөгөн ҙур тырышлыҡ һалырға, көсөбөҙҙән килгәнде башҡарырға тейешбеҙ. Баҡсабыҙҙың ҡиммәтен, фәлсәфәһен аңлап, үҙенә генә хас илаһи мөхиткә һаҡ ҡарашта эш алып барырға бурыслыбыҙ. Бындағы электән килгән берҙәмлек, зыялылыҡ, мәҙәнилек, рух һаҡланырға тейеш.

Тимур Исхаҡов фекеренсә, республика етәкселеге баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү мәсьәләһенә өҫтөнлөк биреп, тормошобоҙға яңы һулыш өҫтәне. Ҡала ситендә уңайлы шарттар булдырыла башлағас – яҡшы юлдар һалынғас, газ үткәрелгәс, хәүефһеҙлек тә хәстәрләнгәс, хәҙер күптәр унда даими йәшәй ҙә. Тәбиғәттә, саф һауала үҙ мөйөшөң булыу – һәр кемдең хыялылыр. Ошо теләкте тормошҡа ашырырға ярҙам итеп, дәүләт етәкселеге кешеләрҙең йән, тән, рух сәләмәтлеген ҡайғырта, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра. Шуға ла башланғыс халыҡ тарафынан хуплап ҡаршы алынды һәм уңышлы дауам итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– Баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәренә, ойошмаларына ярҙам итеү – республикабыҙҙың дәүләт иҡтисади сәйәсәтендә мөһим йүнәлеш. Уларға булышлыҡ йыл да күрһәтеләсәк. Ярҙам һүҙҙә генә ҡалмай, аныҡ эш-ғәмәлдәрҙә күренә. Юлдар һалыу, һыу, электр энергияһы, газ үткәреү, сүп-сар мәсьәләһен яйға һалыу, бар яҡлап хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – ошо һәм башҡа эштәр артабан да дауам итәсәк. Бер нисә йылдан яңы кимәлгә сығырбыҙ, тип ышанам.

Зөлфирә БОРИСОВА, Өфө ҡалаһының “Изобилие” баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе:

– Баҡсасылыҡ ширҡәте – минең йәшәгән урыным. Һуңғы өс-дүрт йылдағы үҙгәрештәр, бөгөнгө мөмкинлектәр элек хыял ғына ине. Баҡса участкаларына ҙур иғтибар биреп, уларҙың комплекслы үҫешен үҙ контроленә алған республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт белдерәбеҙ.

Беҙҙә әле газ торбалары һалынды. Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашыу теләгебеҙ бар. "Яҙыусылар баҡсаһы Аҡманай" кеүек әүҙем ширҡәттәрҙән өлгө алып, тәжрибә уртаҡлашып, үҙебеҙҙә инфраструктураны үҫтерергә ынтылып йәшәйбеҙ.   

Фотолар авторҙан һәм Т. Исхаҡовтың шәхси архивынан.

Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш
Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш
Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш
Яҙыусылар баҡсаһына – яңы һулыш
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас