Баҡса
30 Мая , 10:15

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?

Уны ваҡытында өҙөргә кәрәк, уларҙан ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмләткестәр әҙерләйбеҙ. Түбәндә унан паста эшләү рецебы: .

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?
Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?
Көҙ көнө эре һарымһаҡ йыйып алырға теләһәгеҙ, уның уҡтарын (стрелка) ваҡытында өҙөп алырға кәрәк.
Һарымһаҡты ҡасан йыйып алырға кәрәклеген белеү өсөн бер нисә уҡты һабаҡта ҡалдырһағыҙ ҙа була. Улар өлгөрөп, орлоҡланһа, һарымһаҡты ҡаҙып алырға ла мөмкин тигән һүҙ.
 
Уҡтарын ташламағыҙ - ныҡ файҙалы ул өлөшө. Уларҙан ҡышҡылыҡҡа бик файҙалы тәмләткестәр әҙерләргә була. Уларҙы ваҡ итеп турап, банкаға тығыҙлап тултырып, шул көйө һыуытҡысҡа ултыртырға мөмкин. Ҡыш көнө уны рәхәтләнеп ҡулланаһың йәки ашҡа һалаһың.
 
Ә бына унан эшләнгән пастаны барыһы ла ярата. Уны эшләү өсөн һарымһаҡ уҡтарын ваҡ өлөштәргә турап, блендерҙа ваҡларға. Килеп сыҡҡан массаға тәменә ҡарап бер аҙ тоҙ һәм 2-3 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушырға кәрәк.Тик быларҙың барыһын да һалҡын урында йәки һыуытҡыста һаҡлау талап ителә.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас