Тәтешле биләмәһендә лә борон ҡурайҙа уйнағандар. Шулай булмаһа, бөгөн был ерлектә ҡурай үҫер инеме лә йәш быуында ҡурайҙа уйнау теләге тыуыр инеме?! Редакциябыҙға килгән ҡунаҡтар Линар Салауатов, Нияз Мостафин, Рөстәм Садиҡов атлы йәш егеттәрҙең остазы, ҡурайсы, яңыраҡ ойошторолған ҡурайсылар ярышында өсөнсө урынды яулаған “Ирәкте” ансамбле етәксеһе, Тәтешле сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Айнур Һәүбән улы Ҡыямов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.