Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Июль 2019, 15:30

Әруахтар риза булыр

Шығай ауылының Ҡамшаҡ шишмәһе буйында Тамъян ырыуының мөгөҙҙәр араһына ҡараған Алтынаман уҙамандың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған шәжәрә байрамы үтте. Уны Алтынаман улы Әхмәтйәндең нәҫел-нәсәбе ойошторҙо.

Мөгөҙҙәр араһы ла ҡорға йыйылды


Шығай ауылының Ҡамшаҡ шишмәһе буйында Тамъян ырыуының мөгөҙҙәр араһына ҡараған Алтынаман уҙамандың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған шәжәрә байрамы үтте. Уны Алтынаман улы Әхмәтйәндең нәҫел-нәсәбе ойошторҙо.


Алтынаман ҡартолатай – етенсе быуын вәкиле – 1819 йылда Шығай ауылында тыуған. Ҡатыны – һуҡыр Фәғилә ҡартөләсәй менән 10 бәһлеүәнгә – Бәшәр, Әбҡәдир, Миһран, Әһлетдин, Хисаметдин, Бәҙретдин, Зәйнетдин, Минһаж, Хаммат, Әхмәтйәнгә ғүмер биргәндәр. Рәз йылғаһы буйынан Шыршыярға тиклемге ерҙәрҙе биләп, иген яланында бойҙай сәсеп, ишле мал-тыуар үрсетеп, бик мул йәшәгәндәр. Рәз йылғаһы аша күперҙе лә Алтынаман ҡартолатай һалған. Ҡарағас ағасынан эшләнгән күпер әле лә төҙәтелеп, “Алтынаман күпере” тип йөрөтөлә.
Шығай ауылында әлеге ваҡытта Әбҡәдировтар, Минһажевтар, Хисаметдиновтар, Миһрановтар ғаиләләре йәшәй. Байрамда Әхмәтйән олатайҙың, уның ҡатыны Сермән ҡыҙы Сәрбиямал өләсәйҙең балалары: Ғилмениса ҡыҙының, Мөжәүер, Рәжәп, Фәхрислам улдарының 100-гә яҡын балалары, туғандары йыйылды.
Көндәр төшкә тиклем ямғырлап, боҙолоп торһа ла, алыҫ араларҙы яҡынайтып, фамилиялары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, бер нәҫелдән йыйылған балалар Өфө, Межгорье, Белорет ҡалаларынан, Бишбүләк, Әбйәлил, Учалы райондарынан, Тимер юл, Сосновка, Аҙналы, Хөсәйен ауылдарынан тәғәйен ваҡытҡа килеп тә етте.
Аҙналы ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, ветеран-уҡытыусы, Ғилмениса өләсәйҙең ейәнсәре Айһылыу Сәмсетдинова, сараны асып: “Беҙ был байрамда зат-зәүерҙе, ете быуын нәҫелдәрен барлайбыҙ, бала-сағабыҙҙы таныштырып, туғанлыҡ ептәрен нығытабыҙ, араларҙы яҡынайтабыҙ”, – тип осрашыуҙың маҡсатын аңлатты.
Ҡайын ағастарына беркетелгән стендта ғаилә альбомдарынан архив фотолары урынлашҡан стена гәзите, Әхмәтйәндең улы Рәжәп олатайҙың һәм ҡыҙы Ғилмениса өләсәйҙең нәҫел ағасы рәүешендәге шәжәрәләре һәммәһендә лә оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Туғандары, нәҫел-тамырҙары менән яҡындан таныштырыу өсөн һәр ғаилә вәкилдәренә һүҙ бирелде. Иң оло кеше – Әхмәтйәндең Мөжәүер улынан тыуған Хөсәйен ауылында йәшәүсе 86 йәшлек Сәмсинур апай Зикрина, Алтынаман нәҫелдәре менән таныштырып, ошо байрамды ойошторғандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт еткерҙе. Әйткәндәй, сараның иң оло кешеһенә 86 йәш булһа, иң кескәй ҡунаҡҡа – Өфө ҡалаһынан килгән Дауыт Руслан улы Бигловҡа – ни бары алты ай ғына тулған. Ғилмениса өләсәйҙең Хәмдениса ҡыҙының алты балаһы, төрлөһө-төрлө тарафта төпләнеүгә ҡарамаҫтан, форсат табып килеп, рәхәтләнеп аралашты. Сырхап тороуына ҡарамаҫтан, Сосновканан Рима килене лә килеп, туғандарын барлап, яҡты тәьҫораттар алып ҡайтты.
Әхмәтйән улы Рәжәп олатай яғынан мин, ейәнсәре, Сәфәрғол ауылынан барҙым. Байрам башланмаҫ элек тыуған нигеҙенә – Бүләкбикә Ғибәтова йәшәгән өйгә инеп, хәл белешеп, белгән саҡлы аяттар уҡып сыҡтым. Байрамға йәнә лә Белорет ҡалаһынан Сәмиға, Сәғиҙә ейәнсәрҙәре килде. Сәғиҙәнең Рөстәм улы, Айҙар ейәне ҡатнашҡан боронғо йолаларҙы ҡарап ҡыуанды. Әхмәтйән улы Фәхрислам олатай яғынан Тимер юл ауылында йәшәгән ейәне туғандары менән килде. Уның ейәнсәрҙәре Фәймә менән Әлфиә, Испаниянан һағынышлы сә­ләмдәрен ебәреп, байрам менән тәб­рикләне. Ҡамшаҡ буйы кискә тиклем уйын-көлкө менән яңғырап торҙо. Балалар сыр-сыу килеп туп типте, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны. Ололар иһә ҙур табында күп йылдар күрешмәгән туғандар менән аралаш­ты. Ике ҡаҙан аш, бер ҡаҙан былау, Аҙналынан килгән ҡымыҙ менән һый­ланып, ит ҡурып, бик күңелле ултырҙы тоҡомдаштар. Ҡунаҡтарҙы ҡыҫтай-ҡыҫтай, уңған килен-ҡыҙҙар табын янында өлтөрәште.
Сосновка ағинәйе Венера Сөләймә­нованың таҡмаҡтарына 86 йәшлек Сәм­синур апайыбыҙ тыпырҙатып бейеп алды. Әсәйҙәр, балалар, өләсәйҙәр тураһында фәһемле шиғырҙар яңғыраны. Байрамды ойоштороп үткәреүҙә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт.
Туғандар тағы ла биш йылдан һуң Алтынаман күпере эргәһендә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты. Шығай ауылынан ҡайтышлай зыяратҡа инеп, Белореттан килгән Рәмил һәм Ғарифулла хәҙрәттәр әруахтарға бағышлап аят уҡыны.
Белорет районы.
Читайте нас: