Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Август 2019, 22:31

М5 трассаһында - башҡорт шиғырҙары

http://texler2019.ru сайтына инеп, һәр кем фекерен ҡалдыра ала.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Силәбе өлкәһе губернаторы сайтында халыҡ фекерен өйрәнеү уңайынан төрлө теләк-тәҡдимдәр йыялар. http://texler2019.ru сайтына инеп, һәр кем фекерен ҡалдыра ала. Ошо сайтҡа үҙҙәренең тәҡдимдәре менән милләттәштәребеҙ ҙә мөрәжәғәт итһен ине.
Силәбе өлкәһе - аҫаба башҡорт ерҙәре. Мәҫәлән, М5 трассаһында, атап әйткәндә, Башҡортостанға яҡын урынлашҡан Әшә районында ҡуйылған баннерҙарға башҡорт һәм рус телдәрендә башҡорт шағирҙарының шиғырҙарынан дүртюллыҡтар ҡуйырға мөмкин. Был теләкте өлкәнең Минъйәр ҡалаһында йәшәгән башҡорт йәштәре тәҡдим итә.
Башҡортостанда был эш атҡарылғаны булды. Әҙәбиәт йылында башҡорт шағирҙарының шиғырҙары Өфө урамдарын биҙәне. Трассала ла әҙәби әҫәр өлгөләре торһа, бик матур күренеш булыр ине.
Йәштәр иһә был сара ике төбәк араһында дуҫлыҡ һәм мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итер ине, тигән фекерҙә.
Читайте нас: