Иң күп ҡәрҙәштәребеҙ Силәбе өлкәһенән килгән.
Әлфирә Аҫылгәрәева - Ҡонашаҡ районындағы Һары ауылындағы мәҙәниәт йортонда эшләй. Ул шулай уҡ ”Гәүһәр,, ансамбленең дә етәксеһе. Уның менән бергә килгән Дамира Шарапова Сыбаркүл районының Бишел мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы.
”Беҙҙә башҡорт теле уҡытыла. Бына башланғыс кластарҙа ул түңәрәк рәүешендә генә ҡалды,, - ти Ә. Шарапова.
Бөгөнгө осрашыу мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе хәл итер тип ышана улар.