Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығы уңайынан төбәк башҡорттары эшмәкәрлектәре, пландары хаҡында һөйләшеү өсөн түңәрәк өҫтәлгә йыйылды.
Сараны асып, Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Урал Аҙнабаев бында йәшәгән башҡорттар Башҡортостандың да, Ҡаҙағстандың дә иғтибарын тойоп эшләүен билдәләне. Ул шулай уҡ: "Ниндәйҙер маҡсатҡа өлгәшәбеҙ тибеҙ икән, беҙ тәү сиратта әүҙем һәм берҙәм эш алып барырға бурыслыбыҙ!" – тине.
Ҡаҙағстан халҡы ассамблеяһы секретариаты мөдире Ләззәт Кусаинова, башҡорттарҙы байрам менән ҡотлап, төбәктең дуҫлығын нығытыуға үҙ өлөшөн индереүен әйтте. Ул шулай уҡ быйыл июндә Ассамблея ҡыйығына ингән башҡорт ойошмаһы әүҙемлеге менән һоҡландырыуын билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Башҡортостан Автономияһына 100 йыл тулыуға арналған сара менән барыһын да тәбрикләне, әүҙем башҡорттарға "Алда нур сәс халҡыңа", "Башҡортостандың 100 йыллығы" миҙалдарын, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина милләттәштәренә шиғри сәләмдәрен еткерҙе, башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең тарихы хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ Ҡаҙағстан халҡы ассамблеяһында асылған Башҡорт мәҙәниәте бүлмәһенә Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто исеменән башҡорт ҡашмауын тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусыларға "Башҡортостан", "Киске Өфө" гәзиттәре таратылды.
Бөгөн Ҡаҙағстан башҡорттары алдында Учалы дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаясаҡ. "Йыйын" Ҡаҙағстан башҡорттарының айырылып торған байрамы булырға тейеш. Бына ошо байрамға барлыҡ милләттәштәребеҙҙе йыябыҙ!" – тине Урал Әнүәр улы. Сара хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә ентеклерәк мәҡәлә уҡырһығыҙ.