Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Сентябрь 2019, 13:00

ТОПОНИМДАР – ТАРИХЫБЫҘ ҺӘЙКӘЛДӘРЕ

Башҡорт халҡында таштан юнылған, тимерҙән ҡойолған, гипстан әүәләнгән һәм башҡа һындар, һәйкәлдәр ХХ быуатҡа тиклем булмаған, сөнки ислам динендә улар тыйылған. Әммә һәйкәлһеҙ халыҡ та түгелбеҙ – боронғо Ватаныбыҙ ерҙәрендә һибелеп ятып ҡалған топонимдар – бына шулар ул ысын һәйкәлдәр!

Башҡорт халҡында таштан юнылған, тимерҙән ҡойолған, гипстан әүәләнгән һәм башҡа һындар, һәйкәлдәр ХХ быуатҡа тиклем булмаған, сөнки ислам динендә улар тыйылған. Әммә һәйкәлһеҙ халыҡ та түгелбеҙ – боронғо Ватаныбыҙ ерҙәрендә һибелеп ятып ҡалған топонимдар – бына шулар ул ысын һәйкәлдәр!


Улар “бында башҡорт йәшәгән” тип ҡысҡырып тора! Улар карталарға ингән, улар төрлө милләт кешеләре телендә лә, башҡортса уҡ булмаһа ла, башҡорт ҡушҡанса яңғырай! Шуға күрә топонимдарыбыҙҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ, өйрәнәйек, сөнки улар беҙҙең тарих та, сик ыҙаны ла! Топонимдарҙы ҡурсыу – рух Ватаны­быҙҙы ҡурсыу! Шуға күрә Википедияла Башҡортостандан ситтә ятҡан башҡорт сығышлы географик объекттар тураһында мәҡәләләр яҙыуға өҫтөнлөк бирәм.
Башҡорт википедияһында әлеге көндә 49 меңдән ашыу мәҡәлә бар. Унда донъя, илебеҙ буйынса мәғлү­мәттәр ҙә, республикабыҙ, милләте­беҙ тураһында ла мәҡәләләр артҡан­дан-арта бара. Быйыл ғына ла мин, башҡа темаларҙан тыш, төрлө яҡта таралып йәшәгән милләттәштәребеҙ, топонимика буйынса 300-ҙән ашыу мәҡәлә яҙҙым.
Иң яҡшы өйрәнелгән топонимика – Силәбе өлкәһе буйынса, ә бына Һарытау өлкәһендәге башҡорт төбәктәре буйынса материал табыу бик ауыр. Дөрөҫ, башҡорт ауылдары икәнлеген аҙмы-күпме аныҡлап була ул, әммә этимологияһы буйынса мәғлүмәттәр юҡ кимәлендә. Топонимика кеше йәшәгән пункттар атамаларынан ғына тормай – йылға-күлдәр, тау-үҙәндәрҙең атамалары ла беҙҙең тарихты бәйән итә бит! Уларҙы юғалтыу – бөгөн килеп тарихи Башҡортостанды юғалтыу ул! Шуға күрә Һарытау өлкәһе башҡорт­тарына үҙҙәре йәшәгән, белгән төбәктәре тураһында википедияға ике-өс абзац менән генә булһа ла мәғлүмәт индереп ҡуйыу мөһим. Башҡортса яҙа белмәйһегеҙ икән – урыҫса яҙығыҙ ҙа википедия ирекмәндәренә йәки Ҡоролтайға уларға тапшырыуҙы һорап, электрон почтаға ебәрегеҙ.
Мәҫәлән, Һарытау өлкәһенә бәйле гидронимдарҙан Чалыкла (Малая, Большая) йылғаларының атамаһы башҡорт теленән (төркиҙән) ингәне күренеп тора, тик этимологияһын бары фараз ғына итеп була – Салыҡлы тип йөрөткәндер уны башҡорттар. Башҡорт телендәге “салыҡлау” һүҙенән ингәнгә оҡшаған. Салыҡлау – йылҡы малының башын аҫҡа-өҫкә һелкеүе, тип аңлатыла. Был йылға ағымының үҙенсәлегенә бәйле алынғандыр.
Йәки бына Сулаҡ һыу һаҡлағысы – атама урыҫ теленән түгеллеге күренеп тора, ихтимал, ул да башҡорт теленән ингәндер. Һул һүҙенән алынғанмы ул, әллә туранан-тура сулаҡ тигәндәнме – йомаҡ булып ҡала. Бәлки, һарытауҙарҙың оло быуынында быны белгән, хәтерләгән кеше барҙыр?
Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул Солянка тигән башҡорт ауылы? Селән һүҙенәнме, һыулы тигәндәнме йәки башҡа бик күп мәғәнә булыуы ихтимал.
Атамаларҙың урыҫлашыуы борон башҡорт йәшәгәнен тарих битенән юя ла ҡуя, мәҫәлән, Бобровый Гай ауылы атамаһы! Аңлап ҡара ул саф башҡорт ауылы Ҡондоҙло (Бәғәнәш) ауылы булғанын! Ни сәбәп менән ул тарихи атамаһын юғалтҡан, ни өсөн урындағы халыҡ быға юл ҡуйған һуң?
Ҡыҫҡаһы, Һарытау башҡорттары ҡоролтайы ошо йәһәттән әүҙемерәк эшкә тотонһон ине – һис юғы сарпыларын ғына булһа ла һаҡлап, мәңгеләштереп ҡалырға кәрәк!
Читайте нас в