Башҡорт донъяһы
11 Октябрь 2019, 09:00

Һандар һәм дәлилдәр

Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Пермь крайында 40-50 мең тирәһе башҡорт йәшәй.

Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Пермь крайында 40-50 мең тирәһе башҡорт йәшәй.


Башҡорттарҙың күп өлөшө Барҙа районындағы Тулва йылғаһы буйында төпләнгән. Улар ошо район халҡының 85 процентын, йәғни 24952 кеше тәшкил итә. Шуға уларҙы “Тулва башҡорттары” тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, Барҙа районы үҙәге Барҙа ауылы – Башҡортостандан ситтәге ҙур башҡорт ауылы (9817 кеше). Пермь ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә (Ҡуян һәм Башҡорт Ҡалтайы ауылдары) 12 мең тирәһе башҡорт теркәлгән.


Бынан тыш, башҡорттар крайҙың Башҡортостанға яҡын Чернушка (район халҡының 6,6 проценты тирәһе) һәм Ҡуйыҙа (6,2 процент) райондарында йәшәй. Крайҙағы башҡорттарҙың күп өлөшө боронғо башҡорт ырыуы ғәйнәгә ҡарай. Шуға уларҙы “ғәйнә башҡорттары” тип атағандар.


Пермь башҡорттарының теле – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының ғәйнә һөйләше. Ғәйнәләр, уран, балыҡсы, ун, танып кеүек ырыуҙар менән бергә, төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡараған төньяҡ башҡорттары нигеҙен тәшкил итә. Крайҙың хәҙерге Барҙа, Пермь, Ҡуйыҙа, Чернушка райондарының тамырын тәшкил иткән халыҡ һаны әлеге йөҙйыллыҡҡа тиклем артҡан.


XIX быуат милләт өсөн демографик йәһәттән яҡшы булды. 1834 йылғы VIII ревизия мәғлү­мәттәрендә башҡорттар яҡынса 400 мең тәшкил итә. Ә киләһе Х ревизияла уларҙың һаны 600 меңгә тиклем барып еткән. 1865 йылда ғына Өфө губернаһында 619732 башҡорт йәшәгән. Шулай итеп, халыҡ һаны әкренләп арта барған һәм 1897 йылда 1,3 миллион тәшкил иткән.


Шуны әйтергә кәрәк, XVIII быуатта биш ревизия үткәрелгән. XIX быуаттың беренсе яртыһында тағы биш ошондай сара булған. Беренсе (1719 йылғы) һәм икенсе (1744 йылғы) ревизияларҙа башҡорт халҡының иҫәбе алынмаған. 1767 йылда ойошторолған өсөнсө ревизияла Башҡортостан­дағы көнбайыш улыстарының халыҡ һаны ғына иҫәпләнгән.1782 йылғы дүртенсе ревизия мәғлүмәттәре һаҡланмаған. 1795 йылдағы ревизияла ла башҡорт ырыуҙары тураһында мәғлүмәт аҙ. Был батша власының, башҡорт крайының төп халҡының баш күтәреүенән ҡурҡып, был урындарҙа йәшәүселәрҙең теләгенән тыш кешеләр иҫәбен алыуҙан ҡурҡыуы менән аңлатыла. Шулай итеп, башҡорттар тураһындағы мәғлүмәттәр 1811 (VI), 1816 (VII), 1834 (VIII), 1850 (IX), 1859 (X) ревизия яҙмаларында бар. Улар әле Башҡортостандың Милли архивының 138-се фондында һаҡлана.


Ғәйнә башҡорттарының демография йәһәтенән күрһәткестәре яҡшы. VII ревизия яҙмаларында (1816 йыл) әлеге Пермь крайы сиктәрендә 6650 башҡорттоң йәшәүе хаҡында әйтелһә, 110 йыл үткәндән һуң, 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа бында 31 мең ғәйнә башҡортоноң йәшәүе асыҡланған.
Читайте нас