Башҡорт донъяһы
9 Ноября 2019, 09:50

Башҡорттар - Ҡыҙыл майҙанда

Беҙҙең балалар Мәскәүҙе яулап ҡайтҡан. Улар Ҡыҙыл майҙанда “Бөрлөгән” бейеүен башҡарған.

Беҙҙең балалар Мәскәүҙе яулап ҡайтҡан. Улар Ҡыҙыл майҙанда “Бөрлөгән” бейеүен башҡарған. Йөрәктәрҙе елкендерә, башҡорт бейеүе өсөн ғорурлыҡ уята был!
Күптән түгел Мәскәүҙә “Тыуған ил бөйөклөгө” һәм “Рәсәй берҙәмлеге” тип аталған халыҡ-ара конкурстар үткән. Унда беҙҙең яҡташтарыбыҙ – Нефтекама ҡалаһының “Түңгәүер” балалар студияһында шөғөлләнеүселәр ҙә ҡатнашҡан.
Конкурста Рәсәйҙең иң алдынғы коллективтары менән бер рәттән, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Абхазия, Ҡытай илдәренән килгән ижади коллективтар ҙа көс һынаған. Башҡортостан вәкилдәре һынатмаған: ике тапҡыр I дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
“Түңгәүер” балалар бейеү студияһы – Нефтекама дәүләт филармонияһының ғорурлығы. Студияла 5 йәштән 14 йәшкәсә балалар шөғөлләнә. Уларҙың һәр сығышы сағыу һәм юғары хореографик кимәлдә башҡарыла. Студияға Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлнара Сәфәрова менән Аревик Гугасян етәкселек итә. Ансамбль репертуарында – донъя халыҡтары бейеүҙәре, утыҙҙан ашыу тамаша.
Фото: kulturarb.ru
Читайте нас