Башҡортостан
+14 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Ноябрь 2019, 14:42
Башҡортса Википедияны төҙөүҙә ҡатнашығыҙ
Хөрмәтле милләттәштәр! Ҡайһы берәүҙәр башҡортса Википедия барлығын белмәй. “Уны нисек көйләргә?” тип һораусылар ҙа бар. Беҙ уның юлдарын өйрәтергә булдыҡ.
Хөрмәтле милләттәштәр! Ҡайһы берәүҙәр башҡортса Википедия барлығын белмәй. “Уны нисек көйләргә?” тип һораусылар ҙа бар. Беҙ уның юлдарын өйрәтергә булдыҡ.
Беренсе ысул.
Рус телендәге википедияла баш биттә һул яҡ панелдә телдәр теҙмәһендә “Башҡортса” тигән яҙыуға баҫып күсергә була.
Икенсе ысул.
Компьютерығыҙҙы башҡорт шрифтына көйләгеҙ. Бының өсөн уң яҡ аҫҡы мөйөштә телдәрҙе көйләй торған төймә бар. Башҡорт шрифттарын өҫтәгәс, Яндекс, Гугл һәм башҡа эҙләү системаһында башҡортса яҙып ҡарағыҙ. Миҫал өсөн, “Ҡурған өлкәһе, Шәрип ауылы” тип яҙһағыҙ, эҙләү системаһы Башҡорт Википедияһында шундай мәҡәлә барлығын күрһәтер.
Башҡорт Википедияһын туған теленең киләсәгенә битараф булмаған ирекмәндәр эшләй. Википедияны төҙөүҙә һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ.
Үҙегеҙ йәшәгән, белгән төбәк тураһында мәғлүмәт яҙырға теләһәгеҙ,
[email protected]
электрон адресы аша Башҡорт Википедияһы администраторы Зөфәр Сәлихов менән бәйләнешкә инергә кәрәк.
Мәҡәләгеҙҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡортса Википедия төркөмө” етәкселәренә
https://vk.com/bash_wikipedia
адресы буйынса ебәрергә мөмкин
Читайте нас в