Көҙ Яңы Уренгой ҡалаһында үткән Граждандар форумында Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һабантуй байрамын күрһәтте. Шулай уҡ проекттың исем туйы уҙҙы. Ойошма етәксеһе Клара Әлибаева һәм Яңы Уренгой мэры Иван Костогриз хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
“Был – дәүләт органдары һәм йәмәғәтселек араһында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән эштең яңы баҫҡысы”, – тиелә ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Яңы Уренгой ҡалаһында ике меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Клара Ғүмәр ҡыҙы белдереүенсә, бында бер нисә йыл рәттән һабантуйҙар үткәрелмәгән. “Күптәр халыҡ байрамын һағынып көтә”, – тине ул. Киләһе һабантуй июнь аҙағына планлаштырылған.
Тағы бер сара – Ҡала көнөндә ойошторолған “Милли ихаталар” байрамында башҡорт тирмәһенән кеше өҙөлмәгән. Клара Әлибаева әйтеүенсә, был байрамда Ямалда, Яңы Уренгойҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән танышалар.
Башҡорт тирмәһе лә ҡаланың үҙәк майҙанынан урын алған. Милләттәштәребеҙ ҡунаҡтарҙы ҡомалаҡтан бешерелгән әсе икмәк менән ҡаршылап, милли ризыҡтар – бишбармаҡ, бауырһаҡ, ҡыҙыл эремсек менән һыйлаған, ҡаҙы һоғондорған.
Йыр-моң, һамаҡлауҙарға бай “Бәпес ҡайтты” йолаһын да уренгойҙар ҡыҙыҡһынып күҙәткән. Милли кәсептәр шулай уҡ ҡала халҡының иғтибар үҙәгендә. Байрамға килеүселәр өсөн селтәр-түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, Ырымбур ҡыҙы Айгөл Дәүләтбаева кейеҙ һуғып күрһәткән.