Башҡорт донъяһы
10 Декабря 2019, 11:23

“Башҡорттар – тәбиғәт балалары”

Урал тигән дәү ҡарағай,Оло солоҡ – Башҡортостан –Мәңге йәшәр төйәгебеҙ,Тарих беҙгә шулай ҡушҡан,Яҙмыш үҙе шулай ҡушҡан.

Урал тигән дәү ҡарағай,

Оло солоҡ – Башҡортостан –

Мәңге йәшәр төйәгебеҙ,

Тарих беҙгә шулай ҡушҡан,

Яҙмыш үҙе шулай ҡушҡан.

Рәмил Ҡол-Дәүләт.


* * *

Ялбыр ҡойроҡ, утлы күҙ

Бүреһе күп Уралтау.

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ

Ҡуяны күп Уралтау.

Майлап ҡуйған ҡайыштай

Йыланы күп Уралтау.

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп Уралтау.

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп Уралтау.

Ояларға урыны мул

Ҡоштары күп Уралтау.

Балығы аттай уйнаған

Йылғаһы күп Уралтау.

Баҡаһы ҡуйҙай һыулаған

Күлдәре күп Уралтау.

Сырҡыратып буйында

Йылҡы көткән Уралтау.

Мөңрәтеп буйында

Һыйыр көткән Уралтау.

Ай, Уралтау, Уралтау

Һине һөймәҫ йән булмаҫ,

Байлығы күп Уралтау.

“Мәргән менән Маянһылыу” ҡобайырынан.


* * *

Ҡор башы башҡорт Уралын,

Йәнен сыңратҡан ҡурайын

Ҡурсып, имен үтеп килә

Нисәмә быуат ҡырауын.

Хәсән Назар.


* * *

Аһылайҙың аҫыл тупрағында

Моң һемереп үҫкән бер ҡурай.

Шул ҡурайҙа көҙгө мосафир ел

Үҙе кеүек моңһоу көй уйнай.

Мәүлит Ямалетдин.


* * *

Эй, сәсән дә халыҡ, уйға һалып,

Ниндәй йырҙар ижад иткәндәр.

Мөхәббәтлек — татлы донъя йәме,

Иман менән тиңдәш тә икән.

Миңлегөл Хисмәтуллина.


* * *

Башҡорттар, иң беренсе нәүбәттә тәбиғәт балалары булараҡ, үҙҙәрендә кеше булмышының иң яҡшы һыҙаттарын сағылдыра: эскерһеҙлек, киң күңеллелек, ышаныусанлыҡ, ысын күңелдән ярҙам итергә әҙер тороу, яғымлылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ. Был сифаттар уларҙың ҡырыҫлыҡтан, уҫаллыҡтан азат булған эскерһеҙ һәм хәйләһеҙ йөҙҙәрендә сағыла.


Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа,

Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.

Рауил Бикбаев.


* * *

Башҡорттар баҫып алынған халыҡ түгел.

Ш.Ш. Сыртланов.


* * *

Кәрәк түгел затлы дәү һарайҙар,

Ҡурай ғына бары уйнаһын.

Ул уйнаһа, онотола кеүек

Ете мөғжизәһе донъяның.

Рәмил Ҡол-Дәүләт.


* * *

Ат йөрөткән белә атты:

Артыҡ алтындан!

Рәми Ғарипов.


* * *

Улар (башҡорттар. — Ф. М.) бейә һөтөнән әҙерләнгән эсемлек эсә, уны аҡ шарап тип әйтергә лә мөмкин, был бик һәйбәт эсемлек. Улар уны “кемыз” ти.

Марко Поло.


* * *

Беҙҙең әүәлге ата-бабаларыбыҙ Шүлгәнташ мәмерйәһен, Шүлгән күлен үҙҙәре йәшәгән донъяның үҙәге, бар тереклек башланған урын тип һанаған. Йылҡы малы, башҡа мал тап бына ошонда ер аҫтынан сығып үрсеп киткән.

Басир Мәһәҙиев.


* * *

Музыка — ул күңел йыры, музыка — ул күңел ҡанаты. Ул күңелде уй-хыялдарға сорнап, күктәргә ашыра, рухыңды күтәрә, йәнеңде арбай. Моң, музыканың әҙәмде илертергә лә, тилмертергә лә, бағындырырға ла хәленән килә.

Ғайса Хөсәйенов.


* * *

Һабан туйҙарынан кем һуң туйған, —

Йылына бер көтөп алаһың;

Бәйгеләрҙә үҙен һынар өсөн

Яралғандыр әҙәм балаһы.

Сафуан Әлибай.


Эй, ғәзиз, эй, күркәм тыуған яҡ,

Бал ҡорто үҙенә йыйған яҡ!

Әлегә үҙеңде уйлап та,

Күреп тә һис ҡасан туйған юҡ.

Мәүлит Ямалетдин.


* * *

Башҡортостан, беҙ ғорурбыҙ,

Ҙур киләсәгең булғанлыҡтан,

Киләсәгең – үҙ ҡулыңда:

Дуҫлыҡта һәм туғанлыҡта...

Ирек Кинйәбулатов.


Фото: optistore.ru
Читайте нас