Башҡорт донъяһы
17 Декабря 2019, 08:07

Тар даирәнән – иркенлеккә, киңлеккә

Баш ҡаланың “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгенә инеү менән башҡорт моңдары әллә ҡайҙан саҡырып, үҙенә әйҙәп тора ине. Халыҡ бихисап йыйылған: балалар ҙа, ололар ҙа күп булды. Бәләкәстәр һүрәт төшөрҙө, милли биҙәкле аквагрим яһатты, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Бейеп тә, йырлап та, йомаҡтар сисеп тә ярыштылар.

Баш ҡаланың “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгенә инеү менән башҡорт моңдары әллә ҡайҙан саҡырып, үҙенә әйҙәп тора ине. Халыҡ бихисап йыйылған: балалар ҙа, ололар ҙа күп булды. Бәләкәстәр һүрәт төшөрҙө, милли биҙәкле аквагрим яһатты, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Бейеп тә, йырлап та, йомаҡтар сисеп тә ярыштылар.


Ошонда уҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте сығарған төрлө китап-альбомдар, Сибай педагогия колледжы, Учалы башҡорт гимназияһының экспозициялары һәм башҡа күргәҙмәләр менән танышыу мөмкинлеге булды. Учреждениеларҙың һәр ҡайһыһы телде үҫтереү, һаҡлау маҡсатындағы ынтылыштар өсөн Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге гранттарға эйә булған.
Байрамда audiokitap.ru сайтында урынлаш­ҡан аудиокитаптың презентацияһы ла булды. Был изге эште Башҡорт дәүләт универси­тетының Сибай институты уҡытыусылары һәм студенттары башҡарған. Ошо хаҡта проекттың етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова сығыш яһаны, проект тамамланһа ла, эштең дауам итеүен белдерҙе. Әлеге ваҡытта үрҙә телгә алынған сайтта 106 башҡорт баҫмаһы менән танышырға мөмкин, уны бушлай тыңларға йә яҙҙырып алырға ла була. Төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәр башҡорт һәм рус телдәрендә яңғырай.
Уҡыу йортоноң уҡытыусылары әҙерләгән “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” проекты былтыр Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булған.
Аудиояҙмаларҙы кеҫә телефонына йә иһә планшетҡа күсерергә була, проекттың сайты телефон аша ҡулланыу өсөн ҡулайлаш­тырылған, ябай һәм аңлайышлы. Был мәктәп уҡыусылары өсөн дә, өлкән йәштәге кешеләр өсөн дә уңайлы.

“Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә үткән сараны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының билдәле артистары сығыштары биҙәне. Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Рәзифә Динмөхәмәтова, Сәғиҙулла Байегет һәм башҡа сағыу сәхнә йондоҙҙарының сығышын халыҡ ихлас ҡабул итте, алҡыштарға күмде.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары иһә башҡорт халыҡ бейеүҙәре элементтарын өйрәтеү буйынса флешмоб ойошторҙо, уға йәше лә, ҡарты ла ихлас ҡушылды.
Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев туған телебеҙҙең үҙ көнө булыуын юғары баһаланы.
– Башҡорт теле көнө бер нисә йыл дауамында үткәрелә, әммә быға тиклем уны тотош халыҡ араһында түгел, ә тар, билдәле даирә, милли йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында билдәләйҙәр ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән сараның кимәле үҫеүе – әһәмиәтле лә, кәрәкле лә ғәмәл. Уны халҡыбыҙҙың күренекле шағиры, мәғрифәтсеһе Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләү ҙә символик мәғәнәгә эйә. Туған телдә аралашыу, балаларыбыҙҙы башҡорт теленең нескәлектәренә өйрәтеү бик мөһим, ошо йәһәттән бөгөнгө ише сараларҙың файҙаһы ифрат ҙур. Күреүебеҙсә, кешеләр ихлас килә, ҡатнаша. Беҙ бит уларҙы билет һатып йә башҡа юл менән саҡырманыҡ: халыҡҡа ҡыҙыҡ, улар милли моңдарыбыҙҙы ишетеп, сағыу сығыштарҙы күреп ылыға, ҡыҙыҡһына, аралаша, – тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙо Сәғиҙулла Байегеттең сығышын да халыҡ алҡыштарға күмде, ә бер бәләкәс тамашасы, дәртле йырға сыҙап тора алмайынса, йырсының эргәһенә үк барып баҫты. Бына милли моңдарҙы, туған телде яратҡан ниндәй рухлы башҡорт балалары үҫеп килә!

Читайте нас