Башҡорт донъяһы
24 Декабря 2019, 08:06

Башҡорт теленең киң ҡулланылышы кемдәр ҡулында?

Өфөлә VII халыҡ-ара телдәр фестивале үтте.

Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының – 100, ошо юғары уҡыу йортоноң 110 йыллығына арналған VII халыҡ-ара телдәр фес­тивале булды. Фестивалгә Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат үҙ эштәрен тәҡдим иткән. Унда йәмғеһе 15 секцияла донъяның төрлө телдәре, уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре, хәҙерге заман шарттарында телдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барҙы. Сарала донъялағы 40-тан ашыу тел тураһында 198 делегат һөйләне.


Байрамды асып, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин йыйылған йәштәрҙе башҡортса тәбрикләне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин әсә теленең, туған телдәрҙең һәр кешенең яҙмышында ҙур роль уйнауын билдәләне. Ул шулай уҡ, әҙәбиәтте халыҡҡа яҡы­найтыу маҡсатынан ойошто­ролған “Туған телгә – йөҙ аҙым” акцияһында әүҙем ҡатнашып, һәр әҫәрҙе, авторҙы ғына түгел, ә ундағы төп фекерҙе яҡшы белергә саҡырҙы.
Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зиннуров башҡорт телендә сығыш яһаны һәм туған телдәрҙе өйрәнеү һәр граждандың бурысы булыуын билдәләне.
Сарала шулай уҡ Өфө ҡала­һы хакимиәтенең мәғариф ида­ралығы начальнигы урынбаҫары Ринат Миһранов та ҡатнашты. ЮНЕСКО мәктәптәренең төбәк координаторы, баш белгес Людмила Богуславская үҙ сығы­шында, “йәш саҡта бик күп телдәрҙе өйрәнеп ҡалығыҙ, һис үкенмәҫһегеҙ”, тип кәңәш бирҙе. Ул: “1950 йылдан 200-ҙән ашыу тел бөтөнләй юғалған, шуға күрә туған телегеҙ йәшәһен тиһәгеҙ, иң тәүҙә әсә телендә үҙегеҙ һөйләшегеҙ!” – тине.
Сараның мәҙәни өлөшөндә Башҡорт дәүләт университеты студенттары төрлө телдәрҙә йырланы, шиғыр уҡыны, төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарҙы. Йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыһы, сараның иң йәш ҡатнашыусыһы Алиса Рәхимова поляк телендә йырланы. Йәнә шуныһы күҙгә салынды: башҡортса бер йыр ҙа, шиғыр ҙа булманы. Башҡорт бейеүен дә бейемәнеләр...
Сараға республикабыҙҙың Сибай институтынан делегация ла килгәйне: доцент, философия фәндәре кандидаты Зөлфиә Әхмәтзадина етәкселегендә студенттар Мөхәммәт Рафиҡов, Гөлнара Ҡаҙарбаева, Айгөл Ҡасҡынова, Лилиә Ҡолдәүләтова телдәр хаҡында фекер алышты. Улар фестивалдең төрлө секцияларында башҡорт музыка ҡоралдары, башҡорт лингвисти­каһы һәм семантикаһы, инглиз һәм рус теле материалдарында телмәр тотоусыларҙың стилис­тик үҙенсәлектәре кеүек те­маларға сығыш яһаны.

Читайте нас