Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Ғинуар 2020, 17:20

"Байрамҡайың башҡорт, ҡотло булһын!" - ти Бабич

Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы уның һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башлап ебәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы уның һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башлап ебәрҙе.
Тантанала ҡатнашыусылар башта шағирҙың рухына бағышлап доғалар уҡыны. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Мең ырыуы етәксеһе Әхнәф Тимербулатов, "Арғымаҡ" төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов, шағирә Лариса Абдуллина, шағирҙың ижадын баһалаусылар ҡатнашты.
Сарала шағирҙың әҫәрҙәре, уға бағышланған шиғырҙар яңғыраны. Ринат Рамаҙанов ҡурай моңо менән тәрбикләне. Бабич йылы әле башланып ҡына тора. Бергәләп дан йырлайыҡ, уның азатлыҡ йырын замандаштарыбыҙға еткерәйек!
Читайте нас