Бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы – әүҙем йәмәғәтсе, һөйөклө ҡатын һәм бәхетле әсә лә. Ошо көндәрҙә Абдуллиндар кесе ҡыҙҙары Гөлнарҙы кейәүгә биреп, гөрләтеп туй үткәргән. Милли йолаларға таянып үткәрелгән заманса туй хаҡында алып барыусы, билдәле блогер Светлана Насырова-Сөләймәнова бына нимә ти:
- Ҡырмыҫҡалы һылыуы Гөлнар менән Ырымбур егете Вадим Ҡараҙбаевтарҙың туй тантанаһы башҡорт халҡының бихисап милли йолалары менән үтте!
Ресторан шарттарында ла рәхәтләнеп үҙ йолаларыбыҙҙы атҡарырға була! Мәҫәлән, үҙебеҙсә кәләш ҡаршылау, бал-май ҡаптырып, мендәргә баҫтырыу, алъяпҡыстан бүләк сисеп, ғүмерлек серҙәш буласаҡ бикәскә биреү, алъяпҡысты ла эстафетаға тапшырыу. Килен ҡаршылаған ҡунаҡтар менән "Киленсәк" йырын башҡарыу, Кейәү мискәһе (көрәгәһе) асыу, хатта, ресторан тип тормай, һыу юлы күрһәтеү! “Килен бейетеү”, “Һандыҡ һатыу”, “Килен һөйөү”, “Килен сәйе” менән һыйланыу! Халыҡ йолалары араһында, йәштәрҙең теләге буйынса, заман уйындарын да ойошторҙоҡ. Ҡунаҡтар шул тиклем дәртлеләр, талантлылар, мәҙәниәтлеләр! Йолаларҙы ихлас күңелдән атҡарып, гармун тартып, үҙебеҙҙең моңдарға йырлап-бейеп, кинәнешеп күңел астылар. Ваҡыт бер тынала үтте лә китте...
"Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ", ти халҡыбыҙ аҡылы. Тәрбиә һәм тәрән мәғәнә һалынған, яҡшылыҡҡа һәм ныҡлыҡҡа өйрәткән йолаларыбыҙ йәштәргә хәйерле-бәрәкәтле тормошҡа фатиха булһын.