“Комсомольская правда” гәзите URA.RU порталына һылтанып, башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағай хәл тураһында хәбәр итә: әгәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килһә, 35 йәшлек милләттәшебеҙ Әнисә Шәйхмәтованы башҡорт булғаны өсөн даими кәмһеткәндәр һәм эшләргә бирмәгәндәр. Асыҡланыуынса, ҡатын Ямал ярымутрауындағы Муравленко ҡалаһының музейында эшләгән, ойошманың эшен йәнләндереү өсөн заманға ярашлы яңылыҡтар тәҡдим иткән. Әммә уның һәр башланғысын инҡар иткәндәр, ул ғына түгел, милли билдәһе буйынса туҡтауһыҙ кәмһеткәндәр.
“Комсомольская правда” хәбәр итеүенсә, бындай мөнәсәбәткә хайран ҡалған һәм түҙә алмаған ҡатын прокуратурала ғәҙеллек юлламаҡсы. Әммә музей хеҙмәткәрҙәренең фекере башҡасараҡ. Улар Әнисә үҙе лә бирешә торғандарҙан түгел, хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел таба алманы, йыш низағлашты, тиҙәр имеш.
Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡытта Әнисә ханым ғариза яҙып, мәжбүри эштән киткән. Ҡала хакимиәтендә был хәлде асыҡлар өсөн ваҡыт талап ителә тигәндәр.