Беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ, Сибай ҡалаһында йәшәгән, урындағы "Әкиәт" балалар баҡсаһында “Ынйыҡай” төркөмө тәрбиәсеһе булып эшләгән Әлфиә Вилданова Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы үҙҙәрендә үткән матур сара хаҡында яҙып ебәргән.
“Ошо көндәрҙә драматург, яҙыусы Әминә Яхина менән осрашыу ойошторолдо. Уның "Етем төлкө "исемле тип аталған балалар өсөн китабы менән таныштыҡ. Балаларҙы һәм тәрбиәселәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яҙыусы яуаптар бирҙе, бик күп мәғлүмәт ишетте кескәйҙәр. Балалар иһә Әминә Миңлеғол ҡыҙына һөнәрҙәрен дә күрһәтте: туған телдә шиғырҙар һөйләне, йырланы, ҡумыҙҙа ла уйнаны. Балалар баҡсаһы йондоҙо, башҡорт рухлы, телһөйәр ҡыҙыбыҙ Айһылыу Әбделғазина дәртле йырҙары менән сараға йәм өҫтәне, моңло тауышы барыһын да әсир итте. Тәрбиәсе Раушания Хазиева яҙыусыға үҙенең шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте. Башҡорт теле буйынса тәрбиәсе Рәүилә Ҡолмөхәмәтова ошондай мәртәбәле осрашыу өсөн рәхмәт әйтеп, киәләсәктә лә ошондай саралар, фекер алышыуҙар йышыраҡ булһын, тип теләне.
Беҙ, тәрбиәселәр, башҡорт яҙыусылары, айырыуса балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр менән осрашыуҙар балаларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ уята, ә башҡа телдәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләй, тигән фекерҙәбеҙ”, – тип яҙа Әлфиә Вилданова.