Башҡорт донъяһы
7 Марта 2020, 19:04

Сөбханаллаһ, Светлана Ивановна!

Күп бала үҫтерер инек, тип икәүләшеп хыялланғанды ла хәтерләйем әле мин. Светлана һүҙеңдә торҙо: Аллаға шөкөр, береһенән-береһе талантлы биш бала тәрбиәләй улар.

Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Етегән" республика асыҡ конкурсында Светлана менән Дилфәр Тимерғәлиевтәр "Өлгөлө ғаилә" номинацияһында еңеүсе булды!

Хәйер, күп балалы Тимерғәлиевтәрҙең был тәүге еңеүе түгел. Улар һәр милли сарала, байрамда әүҙем ҡатнаша, гелән балаларын башҡорт байрамдарының уртаһына алып сыға.

Ә Светлана Ивановна Артемьева – минең курсташым. Мәктәптә уҡыған сағынан беләм "Башҡортостан пионеры" гәзитенең йәш хәбәрсеһен, "Күк бүре" поэмаһы менән әҙәби әҫәрҙәр яҙыусы булараҡ та танылған тиҫтеремде. Света ла, минең кеүек, әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы. Шуға күрә икәүләшеп, күп бала үҫтерер инек, тип хыялланғанды ла хәтерләйем әле мин. Светлана һүҙеңдә торҙо: Аллаға шөкөр, береһенән-береһе талантлы биш бала тәрбиәләй улар. Ҡай саҡ, гелән кеше араһында булған балаларға күҙ теймәһен, тип ҡыҙғанып та ҡуям.

"Ҡәйнәм үҙемә оҡшағанһың тип әйтә!” – ти Света яҡын кешеһенең үҙенә мөнәсәбәте хаҡында.

Стәрлетамаҡта беҙ Тимерғәлиевтәрҙең балаларының сағыу сығыштарына ла шаһит булдыҡ.
Иртәгә 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Тап курсташым кеүек егәрле заттарҙың байрамы ул, минеңсә. Күҙҙәр генә теймәһен, сөбханаллаһ, Светлана Ивановна!
Автор фотолары.
Читайте нас