Башҡорт донъяһы
11 Марта 2020, 13:00

Рус ҡыҙы нимәгә ғашиҡ?

"Ҡыҙыл эремсекте тәүге тапҡыр ауыҙ итеп ҡарағандан һуң, хәҙер өҫтәлемдән өҙөлмәй", – ти рус ҡыҙы.

Башҡорттоң аш-һыуы – оҫталар күңел һалып бешергән бишбармаҡ, туҡмас ашы, сәксәк, ҡоймаҡ, ҡош теле, бауырһаҡ һәм башҡа ашамлыҡтар туҡлыҡлы ла, тәмле лә.
– Ҡыҙыл эремсекте тәүге тапҡыр ауыҙ итеп ҡарағандан һуң, хәҙер өҫтәлемдән өҙөлмәй, – тип һөйләй башҡорт аш-һыуы тураһында открыткалар баҫтырып һатҡан рус ҡыҙы Наталья Панчишина. – Ҡыҫтыбыйҙың телеңде йоторлоҡ тәмле булыуы тураһында ла әйтергә мөмкин. Уларҙы үҙем дә бешерәм.
Танышымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, открыткалар халыҡта йәһәт тарала, кемдер үҙе өсөн ала, бүләк өсөн тигәндәр ҙә йыш осрай.
Тәү ҡарашҡа, әңгәмәсемдең ҡулындағы открыткалар ябай ғына тойола, әммә шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Уйлауымса, аш-һыу бүлмәһендә булырға яратҡан күп гүзәл заттарыбыҙ өсөн уның файҙаһы ҙур.
Автор фотоһы.
Читайте нас