Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Октябрь 2021, 20:00

Милли кейем – күңел сағылышы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция булды.

Милли кейем –  күңел сағылышы
Милли кейем – күңел сағылышы

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур сара – билдәле этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Светлана Шитованың күркәм юбилейы уңайынан "Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция булды.

Ойоштороусылары – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Сара бер юлы ике форматта үткәрелде: онлайн һәм офлайн. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәләре буйынса фәнни мәҡәләләр йыйынтығы ла донъя күрҙе.

Ултырышта Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Ҡазан, Краснодар, Вологда, Магнитогорск, Ырымбур, Назрань (Ингушетия) ҡалаларынан ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар, магистранттар, дизайнерҙар ҡатнашты. Пермь крайы Барҙа районы башҡорттары булды, Ямал-Ненец автономиялы округынан да йәмәғәтселәр сығыш яһаны. Сибай, Өфө, Туймазы, Стерлетамаҡ ғалимдары ла фекерҙәрен ишеттерҙе.

Конференция Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәренән, биҙәүестәренән, кәсептәре өлгөләренән торған ҙур күргәҙмәнән башланды.

"Сараның Республика көнөн билдәләгән осорҙа ойошторолоуы айырым әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ уны быйыл Башҡортостанда үткән Бөтә донъя фольклориадаһына, Башҡорт тарихы йылына, Стәрлетамаҡ ҡалаһы юбилейына ла бағышланыҡ. Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙә, йәш быуын вәкилдәрендә тарихи милли кейемгә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уяныуы күҙәтелә. Билдәле булыуынса, милли кейем һәр саҡ ниндәйҙер мәғәнәгә, асылға эйә булған һәм ул хужаһының йәмғиәттә биләгән урынын күрһәткән, билдәле этник мөхиттә ҡабул ителгән матурлыҡ ҡанундарына яуап биргән. Милли кейем кешенең ниндәй этник төркөмгә ҡарауын, енесен, йәшен, ғаилә һәм социаль хәлен сағылдырған, ниндәй быуын вәкиле булыуын, ниндәй осорҙа йәшәүен дә күрһәткән. Шулай итеп, милли кейем – этнос биографияһы, уның күңеле, донъяға ҡарашы ул", – тине доцент, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеобәйләнеш аша сәләмләне. Пленар ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультеты деканы Наталья Мысляева һәм башҡалар сығыш яһаны.

Конференция барышында секция ултырыштары, "түңәрәк өҫтәл", тыуған яҡты өйрәнеү баҫмаларының исем туйҙары, халыҡ кейемдәре һәм биҙәүестәрен тегеү, эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Сарала ҡатнашыусылар Ғалимдар аллеяһында билдәле яҙыусыларҙың бюстарына сәскәләр һалды.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: