Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Октябрь 2021, 17:30

Йыйын юғары кимәлдә үтте

Бөгөн Башҡорт ырыуҙары йыйыны йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Съезд үҙе йомала Туймазы ҡалаһында үткәрелгәйне.

Йыйын юғары кимәлдә үтте
Йыйын юғары кимәлдә үтте

Журналистар менән осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты, журналист, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев ҡатнашты. Модераторы “Башинформ” хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева булды.

Сығыш яһаусыларҙың фекере уртаҡ булды: Туймазылағы Башҡорт ырыуҙары йыйыны юғары кимәлдә үтте, сағыу күргәҙмәләргә, йөкмәткеле сығыштарға, эшлекле стратегик сессияларға һәм спорт ярыштарына бай булды. Ғәлим Миңлеғәле улы әйтеүенсә, бындай йыйындар милләттең сифаты насараймаһын өсөн үткәрелә. Салауат Ишмөхәмәт улы үҙ сығышында башҡорт халҡының тарихын нисек өйрәнә башлауы, был эштә тәүге мәлдәрҙә билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың китабына таяныуы тураһында һөйләне.

“Республика ҡалалары һәм райондарында башҡорт ырыуҙарының егерменән ашыу йыйыны үткәрелде. Улар дауам итәсәк әле, сөнки Башҡорт тарихы йылы тамамланмаған”, – тине Юлдаш Мөхәмәт улы.

Матбуғат конференцияһында республика гәзиттәре һәм журналдары хәбәрселәре “zoom” аша ла ҡатнашты. Ундағы сығыштар, күтәрелгән темаларҙың көнүҙәклеге һәм журналистар һорауҙарына яуаптар тураһындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: