Милли йолалаларҙы тергеҙеү, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, берләштереү маҡсатында уҙғарылған “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан төйәктә - Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында - халыҡ үҙ инициативаһы менән беренсе тапҡыр “Үҫәргән батыры” район конкурсын ойошторҙо.
Унда Хәйбулланың төрлө ауылдарынан 12 егет ҡатнашты. Онотола барып, хәҙер яңынан тергеҙелә башлаған милли уйындарҙа - сыбыртҡы шартлатыуҙа, сәпте сыбыртҡы менән һуғып төшөрөүҙә, уҡ атыуҙа, алыҫлыҡҡа суҡмар, һөңгө ырғытыуҙа, тиҙлеккә атты егеп туғарыуҙа көс һынаштылар. Бик ҡыҙыу, сәмле ярыштарҙа башҡорттар менән бергә башҡа милләт егеттәренең дә ҡатнашыуы сараға үҙенсәлек өҫтәне. Бәйгене күҙәтергә килгән Вәзәм һәм Әбеш ауылдарының сая егеттәре лә ике командаға бүленеп, үҙ-ара заманса көс экстримдарындакөс һынашты. Майҙан ярышсыларҙың, уларҙы дәртләндерергә килгән күмәк кешеләрҙең тауыштарынан гөрләп торҙо. Ә егеттәрҙең күбеһе көндәлек тормошта был шөғөлдәр менән булышмаһа ла, юғалып ҡалманы. Ни тиһәң дә, барыһы ла ҡандан килә бит.
Һөҙөмтәлә дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса “Үҫәргән батыры” исеменә Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсәрбаев лайыҡ булды. Икенсе урында, еңеүсенән саҡ ҡына ҡалышып, Бәләкәй Арыҫланғол ауылының уңған егеттәренең береһе - Илфир Мөхәмәтйәров. Өсөнсөлә - Урыҫбай ауылынан Динар Игебаев. Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла дәртләнеп, киләһе йылда уҙасаҡ бәйгелә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты. Тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, сара, ысынлап та, бик матур үтте. Шуға күрә уны артабан йыл һайын ойоштороп, Үҫәргән батырҙарының иң аҫылдарын билдәләп барыу маҡсат итеп ҡуйылды.
Фотолар һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайты.