Айыҡ туй үткәреү - айыҡ тормош нигеҙе. Айыҡ тормош алып барыу - ғаилә тыныслығы, өйҙөң ҡото, балалар бәхете һәм тыныслығы.
Изге айҙа Сәләх ауылының егәрле, аҡыллы, тәртипле егеттәренең береһе Радмир Тотманов Зилиә исемле кәләш алды. Радмир бала саҡтан ипле, тәүфиҡлы булыуы менән айырылып тора. Һигеҙ балалы ғаиләлә бөтә һеңле-ҡустыларына иғтибарлы иң ҙур ағай ҙа, атай-әсәйҙең ныҡлы терәге һәм ярҙамсыһы ла.
Йылайыр мәсетендә йәштәргә никах уҡытылған, артабан мәжлес ашханала дауам итһә, кискә ҡунаҡтар килен оҙатып алған. Айыҡ туйҙа халҡыбыҙҙың матур йолалары башҡарылған.
Шундайҙарҙың береһе - килендең һандығын һатыу. Шаян еңгәйҙәр һандыҡ һатыу ойошторған. Һатыусылар һәм һатып алыусылар үҙ-ара килешкәс, һандыҡ өйҙөң түренән урын алған. Ул арала еңгәй бүләген алырға бер урам балалар йыйылып килеп еткән. Уныһы ла үҙенә күрә күркәм йола. Бәләкәй ҡәйнештәр һәм бикәстәр еңгәйҙе күреп, бүләкле булып, ихлас ҡыуанып таралышҡан.
Артабан Сәләх ауылы инәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары "Килен сәйе"нә йыйылған. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар килен сәйенә тип тау-тау сәксәк, урама, емеш-еләк, бауырһаҡтар ҡалдырып ҡайтҡан. Күстәнәстәре иҫ китмәле татлы, тәмле, телеңде йоторлоҡ. Һыйҙан һығылып торған өҫтәл артында һәр кемеһе киленгә бүләктәрен биреп, теләктәрен еткергән. "Килен сәйе", "Килен яулығы өләшеү" ҙә - был яҡта һаҡланып ҡалған матур йолаларҙың береһе.
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан Сәләх ауылы үҙ миҫалында йәш быуын өсөн өлгө булырлыҡ ысын мәғәнәһендә айыҡ туй үткәреп, эштәрен һүҙҙә генә түгел, ә ысынбарлыҡта ла күрһәтте. Радмир менән Зилиәгә бәхетле ғаилә ҡороп, артабан да айыҡ тормошта күп балалар үҫтереп, барыһына өлгө булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: Сәләх ауылы төркөмөнән.