Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2022, 13:10

Педагогтар диктант яҙыуҙа ҡатнашты

Башҡортса диктант тексын республикабыҙҙың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров уҡыны.

Педагогтар диктант яҙыуҙа ҡатнашты
Педагогтар диктант яҙыуҙа ҡатнашты

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Башҡортса диктант тексын республикабыҙҙың мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров уҡыны.

Азат Вәзир улы белдереүенсә, башҡорт теленә иғтибарҙың көсәйеүе һөйөнөслө, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙең күплеге шатлыҡлы. Ысынлап та, башҡортса диктант яҙырға теләүселәр йылдан-йыл арта.

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022” акцияһы ике форматта – онлайн һәм офлайн тәртибендә уҙҙы. Диктантты яҙыу өс категория кешеләре өсөн ойошторолдо. Башҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлаусылар, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар шуға дәлил.

Роза Рәжәпова фотоһы.

 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: