Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Ноябрь 2022, 12:00

Фәниә апайҙы юғалттыҡ...

Ул һуңғы йылдарҙа Сочи ҡалаһында йәшәне. 

Фәниә апайҙы юғалттыҡ...
Фәниә апайҙы юғалттыҡ...

Кисә, 22 ноябрҙә, башҡорт халҡы юғалтыу кисерҙе – ауырыуҙан һуң, 71-се йәшендә, йәмәғәт эшмәкәре, Сочи ҡалаһындағы “Аманат” башҡорт милли-мәҙәни автономияһы ағзаһы Фәниә Әхмәтова вафат булды.

Фәниә Хажи ҡыҙы Әхмәтова Баймаҡ районында тыуған. Ул Сибай медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын акушер булып башлай. 1977 йылда Баймаҡ район дауаханаһының баш акушеры итеп тәғәйенләйҙәр, Фельдшер-акушерлыҡ советы рәйесе була. Һуңынан уны яҙмыш еле Бөтә Союз төҙөлөшөнә – КАТЭК-а ташлай. Красноярск эргәһендәге Дубинино ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы депутаты итеп һайлана, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр менән сығыш яһай, лекциялар уҡый. Вокал ансамблендә йырлай, халыҡ театрында уйнай.

Фәниә Әхмәтова һуңғы йылдарҙа Сочи ҡалаһында йәшәне. Тыуған республикаһынан алыҫта булһа ла, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын таратыуға һәм таныштырыуға тос өлөш индерҙе, милли байрамдар һәм саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты.

– Илһөйәр яҡташыбыҙ быйыл Өфөлә уҙған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында Рабиға Ҡушаева исемендәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте миҙалы менән бүләкләнде.

Фәниә Әхмәтованың туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Фото: vk.com.

Фәниә апайҙы юғалттыҡ...
Фәниә апайҙы юғалттыҡ...
Фәниә апайҙы юғалттыҡ...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: