14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостан» гәзите менән берлектә «Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы» тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте, тип яҙғайныҡ.
Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, «Башҡортостан» гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә. Бөгөн һүҙ - әүҙем йәмәғәтсе, дәүләт эшмәкәре Нәфисә Төмәнцева тураһында.
Свердловск өлкәһе башҡорттарын берләштергән билдәле шәхес Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы Төмәнцеваны ул төбәктә белмәгән кеше юҡ. Ул Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар күрше төбәктә йәшәй һәм милләттәштәребеҙҙе берләштереү, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән бихисап эштәр башҡара. Ике тиҫтә йылдан ашыу “Башҡорттар ҡоролтайы” Свердловск төбәк башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә, Башҡортостан Республикаһының I класлы Дәүләт советнигы; Свердловск өлкәһе Губернаторы ҡарамағындағы Милләттәр эштәре буйынса консультация советының муниципалитеттар менән үҙ-ара эш итеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе; Ярлыҡау буйынса комиссия ағзаһы. Нәфисә Төмәнцева әйтеүенсә, ул етәкләгән ойошма 1997 йылдан эшләй.
– Беҙҙең төп бурыс – милли үҙенсәлекте, йолаларҙы, телде һаҡлау һәм үҫтереү; халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеү һәм йәш быуынды ата-бабаларыбыҙҙың мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу. Ойошмала башланған көнөнән алып төрлө йәштәге 45 кешенән торған ижади коллектив берләште, ул әле лә әүҙем эшләй. Йыш осрашабыҙ, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ, телде өйрәнәбеҙ. Был кешеләр үҙҙәренең яҙыусыларын, тамырҙарын белһен өсөн эшләнә. Йырыбыҙҙы һәм бейеүҙәребеҙҙе лә онотмайбыҙ. Ойошманың ике тиҫтә самаһы бүлексәһе бар, һәр береһенең ижади коллективы бар. Иң ҙуры - Екатеринбургта, башҡорттар бында 12 мең самаһы йәшәй.
Йыл һайын Cвердловск өлкәһендә 200-ҙән ашыу сара уҙғарыла, улар араһында Милли мәҙәниәттәр фестивале, Урта Урал халыҡтары, Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостан Республикаһы, Туған телдәр, Башҡорт мәҙәниәте көндәре бар. Шулай уҡ, 12 муниципалитетта һәм өлкә үҙәгендә һабантуйҙар ойошторола, туған телдәр буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыла. Миҫал өсөн, быйыл төбәк-ара һәм федераль кимәлдә ойошторолдо, унан тыш Башҡортостандың Советтар Союзы Геройҙарына; 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙарына арналған күргәҙмәләр үтте. Муниципалитеттарҙа, Милләт-ара китапханала һәм башҡорт класында Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция ла булды.
Биш йыл рәттән уҡтан атыу буйынса тарихи турнирҙар ҙа күркәм йолаға әүерелде. Ирбит йәрминкәһе лә биш йыл дауамында бара. Был сараларҙың барыһында ла башҡорт йәмәғәтселеге әүҙем ҡатнаша.
Шулай ҙа эшмәкәрлегебеҙҙең иң мөһим йүнәлештәренең береһе тип башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү ғәмәлен һәм уға бәйле төрлө сараларҙы әйтер инем. Бына яңыраҡ милләттәштәребеҙ менән Әсә көнөн уҙғарҙыҡ, башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта әүҙем ҡатнашабыҙ. Йәйгеһен Башҡортостанға экскурсияға йыйынабыҙ; балалар башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. Урындағы башҡорт класында ҡумыҙҙа уйнау ансамблен ойошторҙолар; 2023 йылда балалар һабантуйы уҙғарырға йыйынабыҙ.
Башҡорт класын “Мин башҡортса һөйләшәм” тигән футболкалар менән тәьмин иттек, милли уйын ҡоралдары, кейем алдыҡ. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыһы Зәйтүнә Ғәлимова эшләгән балалар баҡсаһы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, Түбәнге Тагилда, урындағы башҡорттар ҡоролтайы офисында, балаларға башҡорт теленән дәрестәр бирергә әҙерләнәбеҙ, – ти Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы.
Әүҙем милләттәшебеҙгә уңыштар һәм халыҡ мәнфәғәтендә башҡарған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото геройҙың шәхси архивынан.