Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Ғинуар 2023, 18:00

100 йәшлек ағинәйгә – миҙал!

Инәй ил мәнфәғәтенә фиҙакәр хеҙмәт иткән, бик күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты һәм ҡатнашыусыһы булған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән.

100 йәшлек ағинәйгә – миҙал!
100 йәшлек ағинәйгә – миҙал!

Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Файза Мостафа ҡыҙы Юламанова 100 йәшлек юбилейын билдәләүе хаҡында яҙғайныҡ ине. Мәғлүм булыуынса, ағинәйгә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең миҙалын тапшырғандар. Ошо хаҡта Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте.

– Хөрмәтле Файза Мостафа ҡыҙы үҙ быуатын лайыҡлы үткән, ил мәнфәғәтенә фиҙакәр хеҙмәт иткән, бик күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты һәм ҡатнашыусыһы булған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән. Уның баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, тыуасарҙары оло хөрмәт менән ҡабул итә, ә улар инәйҙә – 79!

Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Советы ҡарары менән Файза Юламанова ойошманың юғары наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде.

Файза Мостафа ҡыҙына тағы оҙаҡ йылдар күмәк ғаиләһе ҡосағында йәшәүҙе теләйбеҙ! –  тине Гөлнур Ҡолһарина.

Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

100 йәшлек ағинәйгә – миҙал!
100 йәшлек ағинәйгә – миҙал!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: