Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Ғинуар 2023, 14:00

Был мажараның сәбәбе бар

Социаль селтәрҙә бәләкәс Айсулпан төшөргән видео популярлыҡ яулай – ҡыҙыҡайҙың артислыҡ һәләтенә кем шикләнер? Ә бит бөтәһе лә һеҙ уйлағанса ябай түгел! Асыҡланыуынса...

Был мажараның сәбәбе бар
Был мажараның сәбәбе бар

Айсулпан Тоҡомбәтова, ысынлап та, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылына ҡунаҡҡа ғына килгән, үҙе иһә Ейәнсура районының Сәғит ауылында йәшәй. Гөлдәр һәм Радмир Тоҡомбәтовтарҙың татыу ғаиләһендә тәрбиәләнгән шәп ҡыҙсыҡ ул.

Ә әсәһенең ата-әсәһе, Әбүбәкер ауылында йәшәгән Гөлшат һәм Азамат  Билаловтарҙы белмәгән кеше юҡ: хөрмәтле, абруйлы шәхестәр улар.

Гөлшат ханым - ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалай, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнай. Әйткәндәй, уның был ауылда һеңле-апалары ла йәшәй – биш бер туған улар. Әбүбәкергә йән һәм йән өргән кешеләр. Бөтәһе лә ижади шәхестәр, шуға күрә Айсулпандың маһирлығына, ижади һәләтенә аптырарға түгел.

Әбүбәкер ауылы быйыл район данын “Айыҡ ауыл” республика конкурсында яҡлай, “Ҙур ауылдар” номинацияһында көс һынай. Бында 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Уларҙы районда берҙәм һәм маҡсатлы кешеләр тип беләләр. Дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән Айсулпанға ла, әбүбәкерҙәргә лә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: видеонан скриншот.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: