Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Февраль 2023, 07:00

“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?

СТС каналындағы “СУПЕРНИНДЗЯ” тапшырыуында Учалы районы уҙаманы, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе Заһир Әминев сығыш яһап, барыһын да таң ҡалдырған. Асыҡланыуынса...

“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?
“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?

32 йәшлек яҡташыбыҙ, Учалы районының Илсеғол ауылы уҙаманы Заһир Әминев Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо көндәрҙә СТС каналында уның ҡатнашлығындағы “СУПЕРНИНДЗЯ” тапшырыуы сыҡҡан.

Унда ул фәҡәт башҡорт халҡын тотош Рәсәйгә танытыу ниәте менән сығыш яһаным, тип белдерә. Социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә ул түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған:

“Дуҫтар! Миңә теләктәшлек белдергән өсөн һәр ҡайһығыҙға рәхмәт! Әлбиттә, сығышым менән ҡәнәғәт түгелмен, әммә ошо бер нисә минут эсендә башҡорт халҡының тәүәккәл, ҡыйыу һәм көслө халыҡ икәнлеген күрһәткәнмендер, тип уйлайым. Мин тап ошоно теләгәйнем дә”, - тип яҙа ул.

Проектта ҡатнашырға уға ҡатыны тәҡдим иткән. Кастинг Ҡазанда уҙған. 300-400 кеше араһында физик әҙерлекте күрһәтергә, ҡатмарлы һынауҙар үтергә тура килгән. Заһир башҡорт халҡы, уның тарихы хаҡында һөйләгән, милли кейем элементтарын ҡулланған.

Бер нисә ай ҡатмарлы әҙерлек үткәндән һуң Заһир тапшырыуҙа сығыш яһаған. Киләһе турға үтмәһә лә, был минең өсөн әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы тәжрибә, ти Заһир. Минеральные Воды ҡалаһында төшөрөлгән сараға уға рухи ярҙам күрһәтер өсөн әсәһе, ҡатыны һәм ҡыҙы Мәликә барған.

Нисек кенә булмаһын,маҡсатлы һәм ҡыйыу башҡорт уҙаманы Заһир тамашасыларҙың иҫендә ҡалды һәм уға ҡарап “башҡорттар бына ниндәй рухлы һәм көслө икән!”,  тигән фекер йөрөтәләр. Ҡыйыу милләттәшебеҙгә артабан  уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм видео геройҙың шәхси сәхифәһенән.

“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?
“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?
“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?
“Йүгерек башҡорт”тоң маҡсаты нимәлә?
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: