Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Март 2023, 23:20

Бөрйәндә еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!

Иртәгә “Башҡортостан” ҡурсаулығының үҙәк утарында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары-2023” сараһы үтәсәк.

Бөрйәндә еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!
Бөрйәндә еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!

Иртәгә, 11 мартта, “Башҡортостан” ҡурсаулығының үҙәк утарында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары 2023” сараһы үтәсәк. 

Байрам туризмды үҫтереү сиктәрендә, башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙы популярлаштырыу, башҡорт халҡының традицион уйындарын һәм ярыштарын тергеҙеү маҡсатында йыл да үткәрелә.

Байрам программаһына ярашлы, унда "Ылаҡ" ат спорты уйыны, “Ауҙарыш” конкурсы, йәйәнән уҡ атыу буйынса традицион ярыштар, суҡмар ырғытыу; арҡан тартыш; балалар өсөн төрлө уйындар үткәреү ҡаралған.

Иң мәргән уҡсыға тай бүләк итәсәктәр!

Шулай уҡ сараның төп ҡунағы - ZAINETDIN сығыш яһаясаҡ.

Сара Бөрйән районының Һарғая ауылында сәғәт 11-ҙә башлана. Тулы мәғлүмәт өсөн телефон: +7 927 95 84 223.

Фото: vk.com/bashzapovednik

Бөрйәндә еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!
Бөрйәндә еңеүсегә тай бүләк итәсәктәр!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: