Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Март 2023, 23:00

Ҡаластары тәмле, балалары тәрбиәле!

Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар дүрт баланы тәрбиәләү менән бергә үҙ эшен асырға өлгөргән...

Ҡаластары тәмле, балалары тәрбиәле!
Ҡаластары тәмле, балалары тәрбиәле!

Асҡын районының Сураш ауылында йәшәүсе Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ғаиләһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы финалында ҡатнашты. Еңеүселәргә 70 мең һумлыҡ сертификат һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғайсиндар ғаиләһе конкурстың Үрге Тәтешлелә үткән  зона этабында “Ғаилә һөнәре” номинацияһында еңеү яулағайны. Зөлфиә һәм Динар дүрт баланы тәрбиәләү менән бергә үҙ эшен асҡан. Уларҙың икмәкханаһында  бешкән хуш еҫле ҡалас, тәмле икмәк, башҡа ҡамыр аҙыҡтары  ҡулланыусыларҙы үҙенә тартып тора. Халыҡ уларҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт. Ғайсиндар өҫтәүенә конкурстарҙа ҡатнашырға  ваҡытын да, әмәлен дә таба.  “Асҡындар һеҙҙең менән ғорурлана!”– тип яҙа “Аскинская новь”.  Беҙ ҙә уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: “Аскинская новь”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: