Бөтә яңылыҡтар

Килен төшә ауылға!

Бөрйән районының Яуымбай ауылында Әлфиә һәм Фирғәт Хәйбуллиндарҙың ғаиләһе килен төшөргән.

Килен төшә ауылға!
Килен төшә ауылға!

Башҡорт халҡының матур туй йолаларының береһе - киленгә һыу юлы күрһәтеү. Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Яуымбай ауылында Әлфиә һәм Фирғәт Хәйбуллиндарҙың ғаиләһендә лә килен төшкән. Был хаҡта Яуымбай ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә хәбәр ителә.

"Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола - йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү, һыу юлы башлау әлегәсә тиклем һаҡланып килә. Ул - һәр бер туйҙың биҙәге.

Яуымбай ауылында Әлфиә һәм Фирғәт Хәйбуллиндарҙың ғаиләһе килен төшөрҙө. Бөгөнгө милли йолабыҙҙың сәбәпселәре- яңы ғына законлы никахҡа ингән матур пар - Гөлнәфис һәм Рәзиф Хәйбуллиндар.

Йәштәрҙе ауылыбыҙҙың "Мөхәмәтхужа" ҡотоғо янында ҡаршы алып, өгөт-нәсихәттәр әйтеп, һыу алыу йолаһын башҡарҙыҡ. Ҡотоҡ һыуын алыу өсөн йәштәр көмөш тәңкә һалды. Килендең биҙрәләрен һыу менән тултырғандан һуң, йәштәргә изге теләктәр теләнек.

Тәрбиә һәм тәрән мәғәнә һалынған, яҡшылыҡҡа һәм ныҡлыҡҡа өйрәткән йола хәйерле-бәрәкәтле тормошҡа фатиха бирҙе.

Гөлнәфис һәм Рәзиф! Был көн һеҙҙең өсөн мәңге иҫтә ҡала торған матур хәтирә булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙҙе ихтирам итеп, яратып йәшәргә яҙһын!"- ти ауылдаштары.

Йәштәр бәхетле булһын!

Фото һәм сығанаҡ: "Яуымбай ауылы мәҙәниәт йорто" төркөмөнән

Килен төшә ауылға!
Килен төшә ауылға!
Килен төшә ауылға!
Килен төшә ауылға!
Килен төшә ауылға!
Килен төшә ауылға!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: