Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Апрель , 23:00

Ҡояш байығанға тиклем ашаманым һәм доға ҡылдым

Был ҡатын барыһын да эшләп – алты бала тәрбиәләп, ҙур ихатаны ҡарап, көнкүреште алып барып өлгөрә ине

Ҡояш байығанға тиклем ашаманым һәм доға ҡылдым
Ҡояш байығанға тиклем ашаманым һәм доға ҡылдым

Билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәй Журналистар союзы секретары, Төбәк журналистикаһын үҫтереү департаменты етәксеһе Юлиә Заһитова тыуған еренән айырылмай, ата-балаларына ғорурланып йәшәй. Уның олатаһы Ғази Заһитовтың 1945 йылдың 1 май таңына Еңеү байрағын Рейстаг түбәһенә ҡаҙаған төркөмдә булған.

Ул яңыраҡ Атайсалына бәйле тағы ла бер иҫтәлеге менән уртаҡлашты:

“Йәйге иртә таң. Торҙом, уның өйгә инеүен, парлы һөт һауытын ултыртыуын ишетәм. Тышҡа йүгереп сығам, ә ул инде һыйырҙарҙы, үгеҙҙәрҙе һәм тиҫтәләгән һарыҡтарҙы ҡуҙғалған көтөүгә сығара.

Ул  – нәнәйем, Закир Заһитовтың, атайымдың әсәһе. Башҡортостандың Яңағош ауылында йәшәй. Был ҡатын барыһын да эшләп – алты бала тәрбиәләп, ҙур ихатаны ҡарап, көнкүреште алып барып өлгөрә ине. Һәр саҡ иртә менән тора һәм иртәнге сәғәт 5-тән бал ҡорто кеүек әйләнә. Етмәһә ураҙа ла тота.

Был осраҡ мине ғүмер буйы ғәжәпләндерҙе. Бындай эш, физик көсөргәнеш менән таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем нисек аслыҡ кисерергә мөмкинлеген аңламай инем. Быйыл хәл-торош мине нәнәйем тәжрибәһе менән йәшәргә һәм Изге Рамаҙан айында ураҙа тоторға теләнем.

30 көн буйына ураҙа тоттом – таң атҡандан алып, ҡояш байығанға тиклем ашаманым һәм доға ҡылдым. Дөрөҫөн әйтәм, был ауыр осор, һәр этап ҡыйын бирелде. Әммә мин бик мөһим фекерҙәргә килдем, уларҙы әйтергә теләйем.

Беренсенән, беҙ йыш ҡына психологик яҡтан аҙыҡҡа бәйле һәм артыҡ күп ҡулланабыҙ. Аҙыҡ-түлек, хис-тойғолар, әйберҙәр.

Икенсеһе – беҙ рухи нәмәләр тураһында йыш онотабыҙ. Ә бит рух беҙҙе кеше итә, беҙҙе һәм беҙҙең йәнде көслөрәк һәм төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

Әгәр беҙ нимәнелер күрмәйбеҙ йәки аңлата алмайбыҙ икән, был юҡ тигәнде аңлатмай.

Бөтә мосолмандарҙы байрам менән!”

Фото: Юлия Загитова

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: