Бөтә яңылыҡтар
10
Башҡорт донъяһы
22 Ғинуар , 23:20

"Уран ырыуы үҙәге кәрәк"

Бөгөн Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт әйтелде.

"Уран ырыуы үҙәге кәрәк"
"Уран ырыуы үҙәге кәрәк"

Республикабыҙ райондарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы йомғаҡтары менән урындағы халыҡты таныштырыу, алға бурыстар билдәләү маҡсатында киңәйтелгән ултырыштар дауам итә. Шундай сара бөгөн Яңауыл районында ла булды.

Урындағы йәштәр мәҙәниәт һарайының фойеһында халыҡ өсөн төрлө милли ризыҡ, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолғайны.

Киңәйтелгән ултырышты Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәрит Шәрәфетдинов алып барҙы. Сараны сәләмләү һүҙҙәре менән район Советы секретары Инзилә Ибраһимова асып, урындағы башҡорттар ҡоролтайының иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе булыуын, уның тарафынан бик күп һөҙөмтәле эштәр атҡарылыуын билдәләне, киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ тигән ышаныс белдерҙе.

Артабан һүҙ ғалим, тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллинға бирелде. Ул сығышында ағымдағы Ватанды һаҡлаусылар йылының бурыстары хаҡында белдерҙе, илебеҙ оло һынау кисергәндә айырыуса берҙәм булыу кәрәклеген билдәләне.

Киңәйтелгән ултырышҡа йыйылған милләттәштәребеҙҙе милли ойошманың VI съезы резолюцияһы менән сара делегаты Әнисә Хөсәйенова таныштырҙы, мөһим йыйындың нисек үткәне, ниндәй мәсьәләләрҙең өҫтөнлөккә алынғаны тураһында бәйән итте. Теманы дауам итеп, алтынсы съезд делегаты Светлана Хашимова урындағы башҡорттарҙың заманса үҫеш мөмкинлектәренән нисек файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ "Башҡорт ырыуы Уран. Үткәне, бөгөнгөһө. Киләсәге" проекты менән гранттар конкурсында ҡатнашыуға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты. Яңауыл башҡорттары ошо нигеҙҙә Уран ырыуы үҙәген асырға теләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Рафаэль Яхин милли ойошманың эшмәкәрлеге хаҡында киң мәғлүмәт бирҙе, тарихи шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарған эштәргә байҡау яһаны, илебеҙҙең бөгөнгө хәлендә айырыуса татыулыҡҡа ынтылырға, ҡаһарман шәхестәребеҙҙең ватансылыҡ өлгөһөнә таянырға саҡырҙы.

Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин яңы китап - билдәле башҡорт эшмәкәре Хәлим Әмировтың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан донъя күргән йыйынтыҡ менән таныштырҙы.

- Был китап Яңауыл башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме буйынса 6-сы съезға бағышлап сығарылды. Ул Башҡорт Республикаһын булдырыу осорондағы мөһим ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашҡан милләттәшебеҙ Хәлим Әмировтың тормош һәм эшмәкәрлек юлы тураһында. Шәхестәрен онотмаған, күтәрә белгән, исемдәрен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүлгән Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт! - тине Азат Ярмуллин.

Йыйын һуңында башҡорт ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары тапшырылды.

Елена Муллаярова фотолары.

"Уран ырыуы үҙәге кәрәк"
"Уран ырыуы үҙәге кәрәк"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: