Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡоҙашевтар - "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" республика конкурсы еңеүселәре!

Хәйбулла районы Степной (Ҡараһыу) ауылынан Ҡоҙашевтар ғаиләһе гран -при яулаған. Был хаҡта район етәксеһе хәбәр итә.

Ҡоҙашевтар - "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" республика конкурсы еңеүселәре!
Ҡоҙашевтар - "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" республика конкурсы еңеүселәре!

Билдәле булыуынса, йыл һайын 1 март көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе"   конкурсы үтә. Сарала төрлө ҡала һәм райондарҙан бик күп ғаиләләр ҡатнаша. Быйыл конкурстың төп призы- Гран -прины Хәйбулла районынан ете бала тәрбиәләп үҫтергән Ҡоҙашевтар яулаған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Шәп яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ, дуҫтар! Зона этабында беренсе урын яулап, республика кимәлендә Хәйбулланың данын яҡлаған күп балалы Ҡоҙашевтар ғаиләһе "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" конкурсы еңеүселәре! Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған тантаналы бүләкләү сараһында Гран-при алып ҡыуанды улар! Ете бала үҫтергән күркәм ғаиләне лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Киләсәктә лә татыу ғаиләгеҙҙең ҡыуаныслы мәлдәре, ҡаҙаныштары мөмкин тиклем күп булһын, нурлы йортоғоҙҙан бер ваҡытта ла балалар тауышы өҙөлмәһен!"- тип яҙған Рөстәм Динислам улы.

Беҙ ҙә ишле, матур ғаиләне оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән

Ҡоҙашевтар - "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" республика конкурсы еңеүселәре!
Ҡоҙашевтар - "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" республика конкурсы еңеүселәре!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: