Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Декабрь 2025, 13:30

Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ

Беҙҙә халыҡтар дуҫ йәшәй, бер-береһенә ярҙам итә. Әлеге илебеҙ ямышындағы ауыр осорҙа был айырыуса мөһим.

Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ

11 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул милләттәр араһындағы тыныслыҡты, теләктәшлекте нығытыуға, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам итеүгә арналды.

Шулай уҡ сара сиктәрендә “Берҙәмлектә һәм татыулыҡта көс: милли йәмәғәт ойошмаларының махсус хәрби операция осоронда РФ позицияларын нығытыуҙағы роле” тигән түңәрәк өҫтәл үтте.  Уның эшендә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһенә ингән ойошмалар, республикалағы милли ойошмалар вәкилдәре, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар махсус хәрби операция осоронда Рәсәйҙең позицияларын нығытыуҙа милли йәмәғәт ойошмаларының роле тураһында сығыш яһаны.

– Башҡортостан – күп милләтле һәм күп конфессиялы төбәк. Беҙ, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы командаһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы, тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы алдынан мәҙәниәт, спорт өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу, махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса пландар билдәләнде. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү – беҙҙең эшмәкәрлектең өҫтөнлөгө.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, улар араһында – ғалимдар, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе ағзалары һәм беҙҙең менән булған барлыҡ вайымһыҙ булмаған граждандар.

Милли йәмәғәт ойошмаларының этник-ара татыулыҡты һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге ролен баһалап бөткөһөҙ, – тине “Ватан һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Сара аҙағында халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Милләт-ара татыулыҡ менән көслөбөҙ
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас