Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Февраль , 14:15

Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа уйҙырма?

Танылған йырсы гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. 

Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа уйҙырма?
Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа уйҙырма?

Йәш, һәләтле, сағыу. Фекерле, йор һүҙле әңгәмәсе. 15 йәштән ҙур сәхнәләрҙе яулаған, көслө тауышы менән ике республика тамашасыһын да арбаған моңло йырсы. Ҡайһы саҡта ҡылыҡтары менән виртуаль ҡыҙыҡһыныусыларҙы хайран иткән блогер. Быларҙың барыһы ла кем тураһынла икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр – әлбиттә, һеҙ яратҡан, ҡыҙыҡһынған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева тураһында.

Ошо көндәрҙә уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ике республика араһындағы тормош тураһында һөйләүен үтендек, тормош мәғәнәһен эҙләнек, пландарын белештек.

Концерттарында ни өсөн йырҙар мотлаҡ ике телдә яңғырауы, башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес аһәңле итеп башҡарыуы, бының һөнәри йәһәттән мөһимлеге хаҡында һөйләштек.

Әлбиттә, ижад ҡына түгел, ә һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған башҡа бик күп һорауҙарға ла яуап алдыҡ. Былар хаҡында тиҙҙән “Башҡортостан” гәзитендә сығасаҡ интервьюла уҡырһығыҙ.

Әлегә Гөлназ Асаева һеҙгә ҙур сәләмен еткерә һәм изге теләктәрен юллай.

Фото һәм видео геройҙың шәхси архивынан һәм авторҙыҡы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа уйҙырма?
Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа уйҙырма?
Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа уйҙырма?
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас