Әсәле-ҡыҙлы Миләүшә һәм Нурия Ҡыҙрасоваларҙың “Нурлы тирмә” оҫтахана-студияһында (https://vk.com/nurlytirma) милли биҙәк һалынған матур күлдәктәр, футболкалар, камзулдар һәм башҡа кейем өлгөләре республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә генә түгел, хатта сит илдәргә лә заказ йәки бүләк булараҡ юллана. Был шөғөлдән тыш, улар яңы һөнәр үҙләштерергә, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырырға теләгән гүзәл заттарға онлайн оҫталыҡ курстары ойоштора. Бөгөн “Нурлы тирмә”лә унынсы төркөм белем ала.
Үҙ маһирлығы менән ихлас бүлешкән, милли асылыбыҙға һөйөү тәрбиәләгән остаз Миләүшә Сәлим ҡыҙы уҡыусыларына “нурлыҡайҙарым” тип кенә өндәшә. Ысынлап та, ҡыҙы Нурия менән шау нурҙан, ҡоттан, матурлыҡтан торған донъя булдырырға өлгәшкән ул. Үҙҙәре белгәнде башҡалар менән бүлешеүҙән күңелдәренә йәм таба әсәле-ҡыҙлы оҫтабикәләр.
Бөгөнгәсә “Нурлы тирмә”лә 500-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ маһирлыҡ серҙәренә төшөнөп, ҡулына сертификат алған. “Һәр төркөм менән бер туғандай берегеп, аралашып, дуҫлашып китәбеҙ. Уҡыу курсы тамамланған һуң һәр төркөм өсөн сығарылыш кисәһе уҙғарабыҙ – ҡыҙҙарҙы Өфөнөң матур бер майҙансығына саҡырып, үҙ-ара аралашып, серләшеп, гөрләшеп, йырлы-моңло, бай күргәҙмәле байрам ойошторабыҙ. Артабан да социаль селтәрҙәге төркөмдә бәйләнеш өҙөлмәй, нурлыҡайҙарым яңы эштәре, уңыштары менән уртаҡлашып тора. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яңы һөнәргә эйә булып, ҡыуаныуын, ижади йәһәттән үҫеүен күреү – үҙе ҙур шатлыҡ. Уҡыусыларым араһынан Ләлә Байрамова, Дилә Ғөзәйерова, Флорида Кәримова, Рәдилә Әҡсәнова, Гөлназ Ишемғолова, Рәүилә Юнысова һәм башҡа бик күптәр оҫталығы менән һоҡландыра. Араларында кейемгә милли биҙәк һалыу менән башкөллө шөғөлләнеп, өҫтәмә табыш алғандары, үҙ эшен асҡандары ла байтаҡ. Тимәк, башҡарған хеҙмәтебеҙ тиккә түгел”, – ти Миләүшә Сәлим ҡыҙы.
Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова сығышы менән Хәйбулла районының Әбеш ауылынан. Тормош иптәше Әнәс Шәйхислам улы менән бер йылда, бер көндә донъяға килеп, бер урамда уйнап үҫәләр, бер класта уҡыйҙар. Ҡыҙрасовтар ғаиләһендә өс бала – Нияз, Айһылыу һәм Нурия матур тәрбиә алып үҫә. Әйткәндәй, кинйәкәйҙәре Нурия атай-әсәйенә бүләк булып уларҙың тыуған көнөндә – 7 сентябрҙә донъяға килә. Өлкән улдары менән ҡыҙҙары күптән инде үҙ ғаиләһен ҡорған, бәхетле өләсәй менән олатайҙы ҡыуандырып, Сафия исемле ейәнсәр, Айназ һәм Алмаз исемле ейәндәр үҫә.
Әсәһенең уң ҡулы, Миләүшә апай шаярыу ҡатыш әйтмешләй, “Нурлы тирмә”нең “генераль директоры” Нурия – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Ул оҫтахана-студияның эшен алып барыу менән бер рәттән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында администратор булып та эшләп өлгөрә.
Нурия Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлаған. Туғандары, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Дамир Ишемғолов, обойҙарға һүрәт төшөргән бәләкәй ҡыҙыҡайҙың һәләтен баһалап, “Рәссамдар былай ҙа һирәк тыуа, Нурияның һәләтен юғалтмағыҙ, уҡытығыҙ”, – тип кәңәш бирә. Ҡыҙы Өфөгә уҡырға ингәс, уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп, өс тиҫтә йыл Хәйбулла районының Әбеш мәктәбендә уҡытҡан, директор урынбаҫары вазифаһын башҡарған Миләүшә Сәлим ҡыҙы, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, баш ҡалаға юллана. Шиғырҙар ижад иткән, оҫта һүрәт төшөргән, йыр-бейеүгә маһир педагог баш ҡалала ла юғалып ҡалмай, киреһенсә, ҙур мөхиттә уның күп ҡырлы таланты тағы ла сағыуыраҡ булып асыла. Бөгөн ул – “Тамаша” республика журналында сәнғәт донъяһын яҡтыртҡан егәрле журналист, ике шиғри йыйынтыҡ авторы, “Ауаз” фольклор ансамбле ағзаһы. “Нурлы тирмә” оҫтахана-студияһы ла танылыу яулай бара. Миләүшә Сәлим ҡыҙынан был шөғөлгә нисек тотоноуы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
– Өфөгә күсеп, “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбленә йөрөй башлағас, милли стилдәге сәхнә кейеме булдырыу тураһында уйлана башланым. Шәхсән үҙемә туҡыманың тәбиғи, сифатлы булыуы ла мөһим. Интернетта ҡаҙаҡ ҡыҙының милли биҙәк төшөргән кейемдәрен күргәс, ҡыҙыҡһынып киттем. Өйрәнергә теләк белдереп, сәләм яҙҙым, әммә иҫ киткес ҙур хаҡ һорағас, был хыялдан төңөлгәндәй иттем. Шул саҡ һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡып йөрөгән Нурия ҡыҙым: “Әсәй, ундайҙы үҙең дә эшләй алаһың бит, магазинда махсус буяуҙар һатыла”, – тип кәңәш бирҙе. Икәүләп кәрәкле буяуҙар һатып алдыҡ һәм тәүге футболкаға милли биҙәк төшөрөп ҡараным. Шуны тәүге тапҡыр кейеп, ансамблдең репетицияһына юлланғайным, туҡталышта ике ҡыҙ өндәште: “Апай, бындай кейемде ҡайҙан алдығыҙ, беҙгә лә кәрәк ине”, – тиҙәр. Унан инде ансамблдәге әхирәттәр: “Беҙгә лә эшлә әле”, – тип өҙмәне лә ҡуйманы. Шулай итеп башланып китте инде был шөғөлөм, – ти Миләүшә Сәлим ҡыҙы.
Бөгөн инде Миләүшә апай менән Нурияның заказһыҙ торған көнө юҡ тиһәк тә, һис тә арттырыу булмаҫ. Уларҙың күҙ нурҙары һеңгән, ҡул йылыһы күскән милли биҙәкле күлдәктәр, камзулдар, яулыҡтарҙы йөҙҙәрсә, меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ яратып кейә. Хәҙер инде оҫтахана-студияла белем алған ҡыҙҙар үҙҙәре үк ошондай матурлыҡты тыуҙыра. “Онлайн курстар ойоштороп, үҙегеҙгә конкуренттар үҫтермәйһегеҙме?” – тигән һорауға бына нисек яуапланы Миләүшә Ҡыҙрасова: “Эйе, ошо һорауҙы йыш бирәләр. Дөрөҫөн әйтәм, һис тә генә улай тип уйламайым. Оҫталыҡ бүлешкәндән арта ғына бит ул. Белгәндәремде ихлас күңелдән өйрәтәм, ҡыҙҙарымдың уңыштарына ҡыуанам”.
Киләсәккә хыял-маҡсаттары яҡты “Нурлы тирмә” хужабикәләренең: был шөғөлдө проектҡа әйләндереп, тулы мәғәнәһендә эшләгән студия асыу, грант ярҙамы алып, эшмәкәрлекте киңәйтеү хаҡында ла уйлана улар. Яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, “Нурлы тирмә” өләшкән нур тағы ла сағыуыраҡ балҡыһын!
Кейемгә милли биҙәк һалырға өйрәнергә йәки әҙер продукцияны һатып алырға теләүселәр “Бәйләнештә” селтәрендә “Нурлы тирмә” төркөмөнә (https://vk.com/nurlytirma) өҫтәлә йәки шәхсән хәбәр ебәрә ала.
Мәҡәләнең авторы – Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Айрат Нурмөхәмәтов һәм Миләүшә Ҡыҙрасованың шәхси альбомынан алынған фотолар.
Нәсих Хәлисов коллажы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!