Башҡорт донъяһы
5 Апреля , 04:25

Усманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгән

Шулай уҡ олимпиадала еңгән балаларҙы тәбрикләү сараһына ата-әсәләрҙең дә килеүе ҡыуаныслы.

Усманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгәнУсманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгән
Усманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгән

Шулай уҡ олимпиадала еңгән балаларҙы тәбрикләү сараһына ата-әсәләрҙең дә килеүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Усман Теләүғолов – физиканан еңеүсе. Уҡытыусыһы Дилара Юлай ҡыҙы Камалова уҡыусылары менән икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Улының шатлығын уртаҡлашырға әсәһе Гөлнәзирә Теләүғолова менән өләсәһе Нәғимә Аҡылова ла килгән.

Әйткәндәй, Усман – алты үҫмер үҫкән ишле ғаиләлә икенсе бала. “Һәр балабыҙҙың һәләттәрен үҫтерергә тырышабыҙ, бигерәк тә ғаиләлә уларҙың белеменә иғтибар ҙур, сөнки өлкән ағайҙарына ҡарап, бәләкәстәре үҫә. Усман бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы малай. Бигерәк тә физика менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ химия фәнен дә ярата”, – ти әсәһе.

Усмандың өләсәһе Нәғимә Аҡылова – районда танылған химия уҡытыусыһы. 36 йыл балаларға химия фәненә ҡыҙыҡһыныу уята, төрлө тәжрибәләр үткәрә.

БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Нәғимә Исмәғил ҡыҙының уҡыусыһы Динә Йосопова 8-се кластар араһында беренсе урынды аулаған. Еңеүсе ҡыҙ Таһир Күсимов исемендәге гимназияла белем ала. Химия фәне һигеҙенсе класта уҡытыла башлауға ҡарамаҫтан, Динә етенсе класта уҡ химия менән ҡыҙыҡһына башлаған. Уҡытыусыһы Нәғимә Исмәғил ҡыҙы менән өҫтәмә дәрестәр алып шөғөлләнә. Ике йыл рәттән ул республика кимәлендә үткән юниорҙар олимпиадаһында призлы урын яулай. Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша, быйыл ул "Сириус"та үтәсәк белемде үҫтереү программаһында ҡатнашасаҡ. Уға химия фәне ныҡ оҡшай, еңеүсе ҡыҙға артабанғы олимпиада һәм конкурстарҙа уңыштар теләйек.

Күреүегеҙсә, олимпиада еңеүселәре араһында осраҡлы уҡыусылар юҡ. Кемеһелер ниндәйҙер фән менән маҡсатлы рәүештә ныҡлы шөғөлләнә, икенселәре, яратҡан дәресен көтөп алып, өҫтәмә белем туплай. Тап улар кеүек алдарына ҡуйған хыялдарына маҡсатлы рәүештә барыусылар еңеү яулай ҙа инде.

Төрлө фәндәр буйынса призлы урындар яулаған уҡыусыларға Почет грамотаһы менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бөтәһе 45 уҡыусы быйыл “Ғилем” олимпиадаһында еңеүселәр тип танылды. Балаларға ҡиммәтле бүләктәр: беренсе урын өсөн – аҡыллы колонкалар, икенсе урынға – смарт-сәғәт һәм өсөнсө урынға сымһыҙ ҡолаҡсындар (беспроводные наушники) тапшырылды.

Автор фотолары.

Усманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгән
Усманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгән
Усманды ҡотларға әсәһе лә, өләсәһе лә килгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас