

Ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынған кешеләр Сәйҙә Әхтәмованы, һис шикһеҙ белә: Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы сиккән сағыу биҙәктәр төнъяҡ-көнсығыш башҡортарының милли кейем өлгөләрендә бигерәк тә асыҡ сағыла.
“Тамбур” биҙәү-ғәмәли сәнғәте халыҡ студияһы етәксеһе һәм “Серҙәш” халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы йыш ҡына төрлө кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Былтыр республика халыҡтарының Милли кейеме көнөндә Өфөлә V «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды, һәм Сәйҙә Әхтәмова конкурстың Гран-приһына, 150 000 һумлыҡ аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды. Танылған тамбурлы сигеү оҫтаһы булараҡ, ул тотош республиканың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең был төрөн Балаҡатай районының ғына түгел, бөтә Башҡортостандың визит карточкаһына әйләндергән кеше.
Күптән түгел оҫтабикәнең 75 йәшлек күркәм юбилейы булды, бөгөн иһә республика Милли кейем көнөн билдәләй. Форсаттан файҙаланып, Балаҡатай районы Билән ауылында йәшәүсе Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы ӘХТӘМОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Сәйҙә апай, тыуған яғығыҙ, ошо шөғөлгә алып килгән ваҡиғалар хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
– Мин Ҡатай ырыуы ҡыҙы, Ҡайып ауылында тыуып үҫтем. Билән урта мәктәбен тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡтым. Оҙаҡ йылдар урындағы совхозда эшләнем, ул тарҡалғас, 2001 йылда Һаҡлыҡ банкына урынлаштым. Хаҡлы ялғаса шунда хеҙмәт иттем.
Сигеүгә килгәндә, был шөғөлгә ете йәштәр тирәһендә өйрәндем. Атайым иртә үлде. Инәйем (әсәйем) бик уңған кеше булды. Бөтә ҡул эштәренә лә ныҡ оҫта ине. Ул беҙҙе, ике ҡыҙын, бер үҙе баҡты, аяҡҡа баҫтырҙы. Аҡса етмәгән осорҙар ҙа булғандыр, әлбиттә. Шуға ул бер эштән дә ҡурҡманы, текте лә, бәйләне лә, сикте лә. Инәйемдең күҙ нурҙарын һалып, ҡайып сиккән сағыу әйберҙәрен Өфөнән, Ленинградтан килеп, музейға алып киткәндәре булды.
Һис шикһеҙ был һәләт – биҙәктәрҙе тойомлау, күҙаллай алыу – инәйемдән күскән һәләт. Бәләкәйҙән миңә ышанды, башлаған ҡул эшен ҡалдырып китә торғайны. “Энә менән йөрөтөп кенә сыҡ!” – тип ҡушып китһә лә, биҙәктәрҙе тулы итеп эшләге килә. Ә инәйем ҡайта ла, эште оҡшатмай, һүтеп ташлай. “Ҡушҡанды ғына эшләргә ине”, – ти ул. Унан, биҙәктәрҙең ныҡлыҡы, сағыулығы, тигеҙлеге ептәрҙең сифатынан тора. Шулай, эштең рәтенә төшөнә-төшөнә, оҫтарып киттем. Өләсәйҙәр, инәйем сиккән биҙәктәрҙе өйрәндем, музей өлгөләрен ҡараным, был йәһәттән белемемде камиллаштырҙым.
– Тормош мәшәҡәттәре араһында ҡатын-ҡыҙ тик күңелгә ятышлы эштәр менән генә булыу мөмкинлеге һирәк эләгә. Әммә шул ҡатмарлы осорҙа “Тамбур” студияһын ойоштороп ебәргәнһегеҙ...
– Тулыһынса килешәм. Төп һөнәрем буйынса яуаплы вазифа башҡарҙым. Заман да төрлө булды. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында был һөнәр онотолоп торҙо. Магазиндарҙа туҡымаға, епкә ҡытлыҡ ине. 2001 йылда беҙгә билдәле сәнғәт белгесе, «Урал» галереяһы етәксеһе Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова килде. Ул беҙҙе туплап, кәңәшләште, халыҡ кәсебенең тамбурлы сигеү төрөн тергеҙеү йәһәтенән уй-фекерҙәре менән бүлеште, беҙҙе лә әйҙәне. Ошо ваҡиға тамбурлы сигеүгә ныҡлап тотоноуға төп этәргес булды, тип әйтә алам.
Шулай итеп, фекерҙәштәр-рухташтар, берләштек. Беҙҙең арала сигеү эшенә тәүгә тотонған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Минең бәләкәстән тәжрибәм булғас, эш еңел бирелде. Ир-аттарҙан сигеү өсөн махсус ырғаҡтар эшләттек. Бер аҙ тәжрибә туплағас, башҡалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара башланыҡ. Төркөмөбөҙгә 11-13 оҫтабикә йыйылды. Шулай, “Тамбур” биҙәү-ғәмәли сәнғәте халыҡ студияһы барлыҡҡа килде, йылдар уҙа бара тәжрибә тупланыҡ, башҡаларҙы өйрәтә башланыҡ.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең яҡта бик матур йола бар: “морондоҡ инәй”, “морондоҡ әтей” тип атала ул. Ошо йолаға бәйле сигеүле алъяпҡыстарға һәм таҫтамалдарға ихтыяж күбәйҙе. Сигеүле ашъяулыҡтар, күлдәктәр ҙә таралып китте, төрлө иҫтәлекле осраҡтар өсөн бүләккә заказдар күп булды.
2006 йылда коллектив “халыҡ” исемен алды, 2014 йылда атҡаҙанған коллектив булдыҡ. 2019 йылда был исемде тағы берҙе раҫланыҡ.
– Ә бөгөн “Тамбур”ҙың хәлдәре нисек?
– Шөкөр, эш етерлек. Элегерәк Өфөгә килгәндә ҡайып сигелгән әйбер кейгән кешеләрҙе осратып булмай ине. Беҙҙең күркәм кейемдәрҙе күреп: “Эх-х, беҙгә лә шулай ҡайып бирһәгеҙ ине”, – тип мөрәжәғәт итәләр ине. Заказдар күп булды, ҡыҙҙар менән ихлас эшләнек. Тамбурлы сигеү милли мәҙәниәтебеҙҙең сағыу күренешенә әүерелде.
Хәҙер, әлбиттә, йәш бара, күҙҙәр ҙә элекке кеүек осҡор түгел. Бик күп оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙыҡ, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңдек. Беҙҙең ҡайып сигелгән әберҙәр Рәсәй төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә булды. Германиялағы, Мәскәүҙәге күргәҙмәләр иҫтә ныҡ ҡалды. Нисек кенә булмаһын, фекерҙәштәрем, рухташтарым менән әле лә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Белгәнде йәш быуынға өйрәтеп ҡалайыҡ, тип тырышабыҙ. Беҙҙе инәйҙәр (әсәйҙәр) шулай өйрәтте, хәҙер иһә беҙ шул күсәгилешлекте һаҡлайбыҙ.
Заманында, мәктәп уҡыусылары менән кесе төркөм асып ебәрҙек. Өсөнсө кластан алтынсы класҡа тиклем төрлө йәштәге ҡыҙҙарҙы бер нисә йыл дауамында ҡайып сигеү серҙәренә өйрәттек. Улар ике-өс йыл эсендә эш нескәлектәренә төшөнөп китәләр. Араларында был кәсепкә ихлас күңел һалғандары ла бихисап. Мәҫәлән, минең уҡыусым Камила Сабирова әлеге мәлдә Өфөлә, юғары уҡыу йортоноң дүртенсе курсында уҡып йөрөй. Бик матур итеп ҡайына (сигә). Биләндән Сулпан Ҡасимова ла – оҫта ҡайыусы. Әлиә Рәхимова тураһында ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтер инем. Ҡыҙҙарға афарин. Улар – “Тамбур”ҙың дауамы.
– Ҡасандыр, бухгалтер булып эшләгән осорҙа, бөгөнгө хәл-торошоғоҙҙо нисектер күҙаллай инегеҙме?
– Был шөғөлөм – миңә Хоҙай тарафынан бирелгән бер фатиха ул. Тамбурлы сигеүгә бәйле төрлө тарафтарҙа булдым, ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым, тәжрибә уртаҡлаштым. Улар ҙа миңә нимәлер өйрәтте, һабаҡ бирҙе, һөнәремде камиллаштырырға ярҙам итте. Һаман да белгәндәрҙе өйрәтергә тырашам. “Сәйҙә апай, күрһәт әле, бына ошоно нисек эшләргә икән, нисек булыр икән”, – тип мөрәжәғәт иткәндәр бихисап. Әлбиттә, бер үҙем генә бер нисек тә өлгөрә алмайым. “Тамбур” студияһының һәр оҫтабикәһе – уникаль шәхес, күп мөрәжәғәт итеүселәрҙе уларға юллайым. Аралашып, кәңәшләшеп эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Беҙҙең күҙ нурҙары ҡушып эшләнгән сигеүле әйберҙәр ҡайһы ғына тарафтарға юлланмай! Йыраҡ араларҙан килеп еткән ихлас рәхмәттәр – күңелгә йыуаныс. Әлбиттә, ҡасандыр был хаҡта уйҙар төшкә лә инеп сыҡмай ине.
– Яҡындарығыҙ һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарҙы бүлешәме?
– Туғандарымдың күбеһе тамбурлы сигеү, бәйләү, тегеү менән шөғөлләнә, әлбиттә, төрлөһө төрлө кимәлдә. Миңә кәңәш тә, ярҙам да һорап киләләр. Берәйһе кейәүгә сығыр булһа, мотлаҡ: “Сәйҙә әбей, мендәр тышы, ашъяулыҡ ҡайып бир инде, зинһар”, – тип килеп етәләр.
Иң яҡындарым – ҡыҙым менән ейәнсәрем. Ейәнсәрем бәләкәйерәк сағында ҡайыу менән мауыҡһа ла, студент булғас, һис кенә лә ҡул эшенә тотонорлоҡ ваҡыты юҡ. Әйткәндәй, ул әле медицина университетын тамамлап, ординатурала белемен камиллаштыра.
– Халыҡ сәнғәтенең был төрөнөң, һеҙҙеңсә, киләсәге бармы? Заман баҫымы аҫтында йолалар, кәсептәр онотолоп ҡалмаҫмы?
– Бөгөн тамбурлы сигеү кәсебе беҙҙең төбәктә бик ныҡ алға киткән. Ғөмүмән, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын күҙ уңында тотам. Әммә биләндәр бигерәк тә оҫта. Ошо боронғо биҙәү-ҡулланма сәнғәт төрөн заман шарттарында тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алған оҫталар йәшәй бында.
Был халыҡ сәнғәте төрөнөң киләсәге ныҡлы – шигем юҡ, сөнки эште күтәреп алып, дауам итеүселәр күп, беҙҙә генә түгел, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһыналар, өйрәнәләр. Мәҫәлән, яңы ғына үткән “Тамға” конкурсында (быйыл дүртенсе тапҡыр ҡатнаштым) күптәр килеп, белешеп, нисек өйрәнергә, ҡасан осрашырға һөйләшеп китте. Ысынлап та, милли рухтың, сәнғәт тылсымының бер төрө бит ул – тамбурлы сигеү! Магазиндан ҡара, күк йә ҡыҙыл сатин (йәки башҡа мамыҡ туҡыма) алаһың, ә бер төҫлө ерлегенә төрлө сағыу биҙәктәр төшөргәс, ул бөтөнләй икенсе әйбергә әүерелә, йәм һәм йән инә, күҙҙең яуын алырлыҡ сәнғәт өлгөһө килеп сыға. Бына ошонда ул сигеү тылсымы!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Сәйҙә апай!
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.
Фотолар: Республика халыҡ ижады үҙәге.